Найти тему
Башҡортостан гәзите

Беҙҙең эшмәкәрлеккә республика әүҙем булышлыҡ итә

4 июндә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе партия конференцияһында делегаттар Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы һайлауында ҡатнашыуға кандидат итеп күрһәтте. Был ҡарарҙы “Берҙәм Рәсәй” форумында ирекмәндәр ҙә хуплауын белдерҙе. Өфөләге “Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ, бәйләйбеҙ” йәмәғәт ойошмаһынан ирекмән Лилиә Сәләхова: – Ирекмәнлек менән күптән шөғөлләнәм, ә был хәрәкәттә ике йыл ҡатнашам. Беҙҙең эшмәкәрлеккә республика әүҙем булышлыҡ итә, уларға дәғүәләребеҙ юҡ. Беҙгә бина, тауар алыуҙа ярҙамлаштылар. Беҙҙең ойошма тураһында Радий Хәбиров белә, эшмәкәрлегебеҙ менән таныш. Яугирҙәргә ярҙам иткән ойошмалар исеменән уға рәхмәт әйтәбеҙ. Етәкселек тарафынан аңлау булғас, эшләүе күпкә еңел. Бөтәбеҙ ҙә еңеү хаҡына тырышабыҙ, маҡсатыбыҙ ҙа бер, – тип белдерҙе. Әйткәндәй, Радий Хәбиров республикала етәксе булып эшләй башлағандың тәүге көнөнән үк ошондай йәмәғәт ойошмалары менән власть араһында ныҡлы бәйләнеш тыуҙырыуға ҙур иғтибар бирә, ирекмәндәр хәрәкәте әүҙемләште. Рәмилә МУСИНА фотоһы.