Химия, география, рус әҙәбиәте буйынса БДИ һөҙөмтәләре билдәле булды. Быйыл химия фәнен һайлаған сығарылыш уҡыусылары имтиханды 100 балға тапшырыу йәһәтенән үҙенсәлекле рекорд ҡуйҙы: бөтәһе 45 кеше иң юғары баһаға өлгәшкән. Былтыр был күрһәткес 18 генә булған. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә хәбәр итте. “Был уҡыусыларҙың егәрлелеге, тырышлығы һәм маҡсатҡа ынтылышы, шулай уҡ уҡытыусыларыбыҙҙың ғәйәт ҙур хеҙмәте хаҡында һөйләй, - тип билдәләне Урал Килсенбаев. - Быйыл 2423 сығарылыш уҡыусыһы химиянан Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы, шуларҙың 630-ы 81 һәм унан юғарыраҡ балл йыйҙы. Республика Башлығының башланғысына ярашлы, БДИ һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйған сығарылыш уҡыусылары әҙерләгән уҡытыусыларға – 50 мең һум, ә иң юғары балл алған һәм республиканың юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән йәштәргә 150 мең һум күләмендә премия түләү дауам ителә. Йәштәрҙе һәм уларҙың уҡытыусыларын юғары һөҙөмтәләр менән ҡ