Ҙур халыҡ-ара форумда республика символы булараҡ ул тиккә генә һайланмаған. Ни өсөн? Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусындағы геном лабораторияһы ғалимдары, бал ҡорто геномын өйрәнеп, унда уңышҡа өлгәшеүҙең абсолют дөрөҫ формулаһы барлығын билдәләй, ул башҡа йүнәлештәрҙе - иҡтисад һәм кеше тормошон – үҫтереү формулаһы ла була алыр ине. Бал ҡорто күсе - ҙур коллектив, ул аныҡ һәм һөҙөмтәле идара ителә. Был камил механизм бал ҡортоноң геномына һалынған. Һәр айырым бал ҡортоноң тәртибе бөтә ояныҡына бәйле, икенсе яҡтан, ояның үҙен нисек тотоуын, һөҙөмтәгә өлгәшеүен күҙәтеү ҡыҙыҡлы. Ниндәй генә ҙур күс булмаһын, бал ҡорттары үҙ-ара берҙәй һөҙөмтәле эш итәсәк. Беҙ ғалимдарыбыҙҙың был схемаһын эшләнмә итеп алдыҡ: күс интеллектына баҫым яһайбыҙ һәм уны яһалма интеллектҡа күсерәбеҙ. Бөгөн ул пилотһыҙ авиацияла ифрат файҙалы була ала. Мәҫәлән, йөҙҙәрсә мең бәләкәй пилотһыҙ аппараттарҙан торған күс берәүгә ҡарағандаа бөтөнләй башҡа маҡсаттарға өлгәшә ала. Һәм тағы ла бер мөһим иҫкәрмә. Ҡышҡыһын бал ҡорттары йомғаҡ булып ҡышлай. Тышҡы ҡатламдағы бал ҡорто үҙәккә үтеп инеп йылына ла, ҡалғандар ҙа йылынһын өсөн, тағы ситкә китә. Үҙе йылына, һуңынан туғандарын йылыта. Шулай улар имен ҡышлап сыға. Шулай итеп, тәбиғәт үҙе иң заманса ҡарарҙар тәҡдим итә.
Питерҙағы халыҡ-ара иҡтисад форумындағы Башҡортостан стендын ҙур бал ҡорто биҙәй
5 июня 20245 июн 2024
1 мин