Әлбиттә, һәр хужабикә уны үҙенсә эшләй, кемдер кеүәҫтә, кемдер эремсек һыуында ла әҙерләй. Ә кефирҙағыһы өсөн түбәндәге аҙыҡ-түлек кәрәк буласаҡ: Һыйыр итенән эшләнгән өс сосиска,600 мл кефир,300-350 мл газлы минераль һыу,300 грамм картуф,өс йомортҡа,150 грамм редис,бер ҡыяр,укроп, йәшел һуған һәм тәменсә тоҙ, борос. Картуфты яҡшылап йыуып, бешереп алабыҙ, шулай уҡ йомортҡа һәм сосискаларҙы ла. Артабан барлыҡ ингредиенттарҙы ла ваҡ шаҡмаҡ итеп турайбыҙ. Барыһын да кәстрүлгә һалып, өҫтөнә һалҡын кефир ҡоябыҙ, унан газлы минералканы өҫтәйбеҙ. Тоҙ, борос һалып болғатабыҙ. Шулай итеп, ризыҡ әҙер. Аштарығыҙ тәмле булһын! Фото: russianfood.com