Бөгөн, 5 июндә, “Башинформ” агетлығында 8 сентябрҙә тәғәйенләнгән һайлауға әҙерлек һәм уны үткәреүгә бәйле мәсьәләләргә арналған матбуғат конференцияһы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Булат улы Ғәлимханов, уның урынбаҫары Марат Венер улы Ғәҙелов, республика Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Борисовна Долматова журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. "Һайлау берҙәм тауыш биреү көнөндә — 8 сентябрҙә үтәсәк. Шул уҡ ваҡытта, Үҙәк һайлау комиссияһының вәкәләттәрен иҫәпкә алып, һайлауҙарҙы өс көн эсендә — 6, 7 һәм 8 сентябрҙә үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Республика Башлығын һайлауҙан тыш, беҙҙә бер нисә һайлау кампанияһы уҙасаҡ: 54-се Өфө һайлау округында – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, шулай уҡ 113 – урындағы үҙидара вәкәләтле органдарына, Межгорье ябыҡ автономлы округтың ҡала округы һәм 81 ауыл биләмәләре советтарына депутаттарҙы өҫтәмә һайлау буйынса кампания күҙаллана. Шулай итеп, һайлау кампанияһы башланды, – тип белдерҙе Азат Ғә