Сибай ҡалаһында күп йылдар уңышлы эшләгән “Ҡара аждаһа” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе Зарина Исламова былтыр декабрь айында Рәсәй чемпионы титулын яулағайны. Быйыл ул Муайтай буйынса донъя чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһы составында илебеҙ өсөн сығыш яһаясаҡ. Чемпионат был спорт төрөнөң тыуған иле Грецияла 31 майҙан 10 июнгә тиклем үтә. Исламова Зарина һәм уның тренеры Александр Гаврилов “Озеро круглое" Олимпия базаһында Рәсәй йыйылма командаһы менән бергә уҡыу-күнекмә саралары үткән. Беренсе алышта спортсы Грециянан дәғүәсеһенә ҡаршы ваҡытынан алда еңеү яуланы. Кисә иһә Марокко спортсыһын еңеп, ярымфиналға үткән. Заринаға уңыштар теләйек! Еңеү менән ҡайтырға яҙһын! Сығанаҡ: vk.com/batyr_sibay