Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Һигеҙ әсәгә миҙал тапшырылды

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың сираттағы Указы менән «Әсәлек даны» миҙалына районыдың биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән һигеҙ ҡатын-ҡыҙы лайыҡ булды. Бәхетле әсәйҙәр исемлеген был юлы Рәйлә Ғәбдеева, Әлиә Ишбирҙина, Асия Ниғмәтуллина, Юлиә Усманова, Әлиә Хисмәтуллина, Юлиә Хисмәтуллина, Земфира Хоҙайғолова, Гөлсинә Юлғотлиналар тулыландырҙы. Башҡортостанда элек-электән ҙур ғаилә яҙмыш бүләге булараҡ ҡабул ителә, республикабыҙҙа 50 меңдән ашыу күп балалы ғаилә йәшәй. Тап ошондай ғаиләләрҙә матур ҡыҙҙар, батыр улдар тәрбиәләнә лә инде. Шулай уҡ республикала әсәләргә, күп балалы ғаиләләргә иғтибар бүленеүе ҡыуандыра һәм хаҡлы рәүештә ғорурлыҡ тойғоһо уята. "Һеҙҙе награда алыуығыҙ менән ҡотлайым. Был награда һеҙҙең “әсә булыу” тигән донъялағы иң яуаплы һәм изге бурысты лайыҡлы атҡарыуығыҙ өсөн рәхмәт символы булһын.Һеҙгә һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем! "– ти район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашл

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың сираттағы Указы менән «Әсәлек даны» миҙалына районыдың биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән һигеҙ ҡатын-ҡыҙы лайыҡ булды. Бәхетле әсәйҙәр исемлеген был юлы Рәйлә Ғәбдеева, Әлиә Ишбирҙина, Асия Ниғмәтуллина, Юлиә Усманова, Әлиә Хисмәтуллина, Юлиә Хисмәтуллина, Земфира Хоҙайғолова, Гөлсинә Юлғотлиналар тулыландырҙы. Башҡортостанда элек-электән ҙур ғаилә яҙмыш бүләге булараҡ ҡабул ителә, республикабыҙҙа 50 меңдән ашыу күп балалы ғаилә йәшәй. Тап ошондай ғаиләләрҙә матур ҡыҙҙар, батыр улдар тәрбиәләнә лә инде. Шулай уҡ республикала әсәләргә, күп балалы ғаиләләргә иғтибар бүленеүе ҡыуандыра һәм хаҡлы рәүештә ғорурлыҡ тойғоһо уята. "Һеҙҙе награда алыуығыҙ менән ҡотлайым. Был награда һеҙҙең “әсә булыу” тигән донъялағы иң яуаплы һәм изге бурысты лайыҡлы атҡарыуығыҙ өсөн рәхмәт символы булһын.Һеҙгә һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем! "– ти район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә ярҙам итеү, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙырыу, граждандарҙың сәләмәт тормошҡа мотивация системаһын формалаштырыу “Демография” милли проектының нигеҙен тәшкил итергә тейеш. Тап ошо милли проектҡа ярашлы, балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең тормош сифатын күтәреү һәм даими ярҙам күрһәтеү буйынса маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла. Фото: Баймаҡ район хакимиәте сайтынан