"Быйыл “Ер ҡото - Ер көсө” республика этномәҙәни фольклор фестивале 22 июндә Ғафури районының бик матур урынында - Уҡлыҡая янында ойошторола. Был фестивалде беҙ баштан уҡ милли традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереү, күп милләтле республикабыҙ халыҡтарының туған телен һәм мәҙәниәтен пропагандалау маҡсатында үткәрергә уйланыҡ. Әммә ул йыл һайын үҙгәрә һәм үҫешә. Икенсе йыл инде беҙ махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләренә һәм ҡатындарына, отпускыла булған яугирҙәргә, шулай уҡ яраланып ҡайтҡан һәм реабилитацияға мохтаж ветерандарға айырыуса иғтибар бүләбеҙ. Конкурста ҡатнашыусыларҙың географияһы ла йылдан-йыл киңәйә. Беҙгә башҡа төбәктәрҙән дауаланыусылар килә. Былтыр сара 100-ҙән ашыу халыҡ табибын йыйҙы. Хәүефһеҙлек мәсьәләләре лә контролгә алына. Фестивалдә ҡатнашыуға тейешле сертификаты һәм эшмәкәрлеген алып барыуға рөхсәте булған дауалаусылар ғына индереләсәк. Оҫталыҡ дәрестәре уҙасаҡ, тренингтар ҡаралған. Темалар ҙа бик күп, уға дауалау процедуралары ла, психологик тех