Азат Бадранов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Пермь крайының Барҙа ауылында XIV Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйында ҡатнашты. Ул илдең 50 төбәгенән 70 меңгә яҡын кешене йыйҙы. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов ҡунаҡтарҙы республика Башлығы Радий Хәбиров һәм төбәгебеҙҙең күп милләтле халҡы исеменән ҡотланы. Башҡортостан менән Пермь крайын административ сиктәр генә түгел, татыу күршелек тарихы ла бәйләй, тип билдәләне ул. "Пермь крайы - меңәрләгән башҡорт өсөн тыуған йорт. Бында 160-тан ашыу милләт үҙ-ара татыу йәшәй. Бының өсөн Пермь крайы губернаторы Дмитрий Николаевич Махонинға ҙур рәхмәт», – тине Азат Шамил улы. Тантана башланыр алдынан Башҡортостан делегацияһы легендар ғәйнә башҡорто вәкиле Туҡтамыш Ишбулатов бюсына һәм татар шағиры Ғабдулла Туҡай һәйкәленә сәскәләр һалды. Һабантуйға Рәсәй сенаторы Алексей Пушков, Татарстан Республикаһы Рәйесе Рөстәм Миңлеханов, Киров өлкәһе губернаторы Александр Соколов, Рәсәй ауыл х