Найти тему
Башҡортостан гәзите

Беҙҙә байрам шулай үтте

“Бөгөн Бөрйән районының Яңы Усман ауылында, Быуа түше яланында, асыҡ һауала Ҡорбан байрамы үтте. Иртә менән "Хәлфетдин" мәсетендә ғәйет намаҙы уҡынылар. Ауыл хакимиәте башлығы Азат Ғәле улы Мәжитов оло байрам менән тәбрикләне, ауылдың имам-хатибы Ҡадир Сәйғәфәр улы Ҡаһарманов вәғәз һөйләне. Ауыл мәзине Фәйзулла Шәрифулла улы Йосопов, бер нисә сүрә уҡып, оло байрамға аят бағышланы. Бөгөн Ниғәмәт Мәжитов һәм Эльвира Юлай ҡыҙының ғаиләһе ҡорбан салдырып, туғандарынан, ауылдаштарынан сауаптар алдылар. Йәнле байрам күңелле спорт ярыштары менән үрелеп барҙы. Бөгөнгө байрамда йәш ярымлыҡ сабыйҙан алып 70-те үткән өлкәндәр ҡатнашты. Татыу, берҙәм, иманлы ауылдаштарыма оло рәхмәт”, тип яҙған төркөмөбөҙ дуҫы Рузалия Ҡаһарманова. Видео: Хәниф Йосопов.