Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Хеҙмәтегеҙ өсөн ихлас рәхмәт!

Июндең һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Һуңғы бер нисә йылда аҡ халат кеймәһәм дә, был көн минең өсөн бик әһәмиәтле. Бөгөн ошо байрам менән бәйле булған барлыҡ кешеләрҙе ҙур ихтирам менән ҡотлайым. Башҡортостанда 70 меңдән ашыу медицина хеҙмәткәре эшләй, уларҙың һәр береһе республикабыҙ халҡының һаулығын һаҡлауға шәхси өлөшөн индерә. Ҡәҙерле коллегалар! Тормошоғоҙҙо еңел булмаған, әммә иң изге һөнәр менән бәйләнегеҙ. Йыш ҡына ял һәм байрамдарһыҙ операция өҫтәле артында тораһығыҙ, ауыр сирлеләрҙе ҡотҡараһығыҙ, кешеләргә ашығыс ярҙам күрһәтәһегеҙ. Медицина - сикһеҙ яуаплылыҡ, юғары компетентлыҡ, иғтибарлылыҡ талап иткән һөнәр. Яңы территорияларҙа һәм махсус хәрби операция зонаһында эшләгән табиптарыбыҙ айырым рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ. Ҡатмарлы профессиональ һәм көнкүреш шарттарҙа, йыш ҡына үҙҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, улар кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыуҙы дауам итә. Башҡортостандың хөрмәтле медицина хеҙмәткәрҙәре! Хеҙмәтегеҙ өсөн ихлас рәхмәт белдерәм һәм ныҡлы һаулыҡ, һөнәри уңыштар, именлек һәм изгелек теләйем! Максим Забелин, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе.