Найти в Дзене

Эҫелә башың ауыртамы? Дегәнәк япрағы яп!

Дегәнәктең шифалы яҡтары тураһында күп яҙғаныбыҙ бар. Бөгөн тағы бер файҙаһын бәйән итмәксебеҙ. Борон әбейҙәр ныҡ эҫе көндәрҙә яулыҡ эсенән башына дегәнәк япрағы һалып йөрөгән, тигәнде күптәрегеҙ ишеткәне барҙыр. Ул эҫелә баш ауыртыуҙан, ҡан баҫымы күтәрелеүҙән һаҡлай. Был хаҡта төркөмдәшебеҙ Рузалия Ҡаһарманова ла яҙҙы. “Дегәнәк япрағы... Ысын, ысын... Эҫенән, баш ауырыуҙарынан һаҡлай, ярҙам итә. Семетеп баш ауыртһа, саҡ иҫкә төшә дегәнәк япрағы. Үҫеп ултырған дегәнәкте, һалҡын һыуға сайып алам да, баҡсала йөрөгәндә йылтырап ҡына, таҙа ғына булғанын сайып та тормай, яулығым эсенә һалып, көндәр буйы йөрөйөм ҡайсаҡта”, - тип яҙҙы Рузалия ханым. Автор фотоһы.