Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Радий Хәбиров генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы

Салауат районына эш сәфәре ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләре менән осрашты. Улар – Илнур Хөснөтдинов, Руслан Ғәлимов, Руслан Сәфиуллин, Айрат Заһитов, Мәҡсүт Халджанов, Фәрхәт Клычев, Салауат Рафиҡов, Руслан Мөхөтдинов, Алмаз Ахтаров, Марсель Ишмөхәмәтов, Руслан Басиров, Марат Басиров, Рәмзит Йосопов, Айбулат Хөснөтдинов һәм Валерий Баһауетдинов. Төбәк етәксеһе һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәһенең, ҡатындарының һәм балаларының ҡайғыһын уртаҡлашты, был ҡаһармандар хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары өсөн үлгәндән һуң наградланған генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы. “Егеттәр үҙ ғүмерен Ватан өсөн биргән. Уларҙың һәр береһе бурысын аҙағына саҡлы үтәгән. Улар - ысын геройҙар, һәм беҙҙең дөйөм бурыс – улар тураһындағы иҫтәлекте һаҡлау, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙ ысын ир-егеттәр тәрбиәләгәнһегеҙ. Бының өсөн ҙур рәхмәт”. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.