Хөрмәтле Башҡортостан мосолмандары! Һеҙҙе Изге Ҡорбан байрамы - мосолмандарҙың иң хөрмәтле байрамдарының береһе менән ихлас ҡотлайым! Боронғо замандарҙан ул кешенең Аллаһ Тәғәләнең мәрхәмәтенә ышаныу көсөн символлаштыра. Ҡорбан байрамы быуындан-быуынға юғары рухи идеалдар тапшыра, изге эштәр һәм ғәмәлдәр менән билдәләнә. Башҡортостандың мосолман өммәте йәмғиәттең әхлаҡи нигеҙҙәрен нығытыуға һәм йәштәрҙе әхлаҡи тәрбиәләүгә лайыҡлы өлөш индерә, тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян күргәндәргә, яңы Рәсәй төбәктәрендәге ватандаштарға, Палестиналағы Газа секторындағы дин ҡәрҙәштәргә ярҙам күрһәтеүҙә әүҙем ҡатнаша. Махсус хәрби операция башланғандан алып мосолман яугирҙәре, башҡа дин вәкилдәре кеүек үк, хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәй, фиҙакәрлек, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Башҡортостан яугирҙәре янында булған иман хеҙмәткәрҙәре уларға рухи яҡтан ныҡлы терәк. Төрлө дин һәм милләт вәкилдәре араһындағы үҙ-ара ихтирам һәм яҡшы мөнәсәбәт республикабыҙҙа һәр ваҡыт төп ҡиммәт, тыныслыҡ һәм татыулыҡ нигеҙе