Малды салыр алдынан ҡорбанлыҡтың эйәһе йәки йәки салыусы түбәндәге доғаны уҡый: اَللَّهُمَّ إِنَّ صَلَاتِى وَنُسُكِى وَمَحْيَاىَ وَمَمَاتِى لِلَّهِ رَبِّ الْعَالَمِينَ لَا شَرِيكَ لَهُ اَللَّهُمَّ تَقَبَّلْ هَذِهِ الْأُضْحِيَّةَ (مِنْ فُلَانِ بْنِ فُلَانْ) أَوْ (مِنْ فُلَانَةِ بِنْتِ فُلَانْ Аллааһүммә иннә саләәтии үә нүсүкии үә мәхйәәйә үә мәмәәтии лилләәһи раббил-ғәәләминә ләә шәриикә ләһ. Аллааһүммә тәкаббәл һәәзиһил-удхиййәтә (мин фүләәни ибни фүләән) йәки (мин фүләәнәтә бинти фүләән). Мәғәнәһе: Йә Раббым, ысынында, минең намаҙым һәм ғибәҙәттәрем, йәшәүем һәм үлемем барса ғаләмдәрҙең хужаһы Аллаһ Тәғәлә өсөн, Уға тиңдәш юҡ. Йә Раббым, ошо ҡорбанды фәлән-фәлән улынан йәки фәлән-фәлән ҡыҙынан ҡабул ит. Шунан һуң: йә, Раббым, бер Үзеңдең ризалығыңды өмөт итеп, сала торган ҡорбанды фәлән улы фәләндән, Ибраһим ғаләйһиссәләмдән ҡабул итеп алған шикелле, ҡабул итеп ал, тип, «Бисмилләһ, Аллааһу әкбәр» тип малды салырға. Ҡорбанды хужа кешенең үҙе салыуы яҡшы. Доғаһын ғәрәпсә уҡый алмағанда