Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Шакша күпере 45 процентҡа әҙер

Өфөлә Ҡариҙел аша һалыныусы Шакша күпере 45 процентҡа әҙер. Ҡоролманы капиталь ремонтлау Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар“ милли проектына (национальный проект “Безопасные качественные дороги “) ярашлы башҡарыла. Был эшкә ике миллиард һумдан ашыу бүленгән. Күперҙең туҙған тимерле бетон конструкциялары алмаштырыла. Подрядсы ойошма күперҙең уң яҡ өлөшөндәге төп эштәрҙе башҡарған да инде. Был һыҙат хәрәкәт өсөн июнь аҙағында асыласаҡ. “Төҙөлөш эштәре башҡарыу өсөн автомобиль хәрәкәтен ике тапҡыр туҡтатып торорға тура киләсәк. Был сикләү 20 июндә 20 сәғәттән алып 21 июндәге иртәнге сәғәт 8-гә саҡлы, артабан 26 һәм 27 июндә буласаҡ”, – ти Өфө ҡала хакимиәтенең Юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау идаралығы етәксеһе Евгений Кулешов. Фото: “Башинформ”.