Һөйөнөгөҙ, дуҫҡайҙарым!Байрам бөгөн, Ҡорбан бөгөн;Һәр мосолман ҡәлбенәБайрам ҡошо ҡунған бөгөн.Һайрай ул ҡош: “Аллаһ әкбәр,Аллаһ әкбәр!” – тип ҡуя.“Һөй, мосолман, байрамыңды –Аллаһ яҡлар!” – тип ҡуя, тигән юлдар бар Шәйехзада Бабичтың "Ғәйет ҡорбан" шиғырында. Бөгөн мосолман донъяһында иң ҙур байрамдарҙың береһе - Ҡорбан ғәйете. Ул өс көн дауам итә. Ҡорбанды ошо өс көндә лә ҡояш байығанға тиклем салырға мөмкин. Малдың йәшенә килгәндә, айырым ҡағиҙәләр бар. Мәҫәлән, кәзә малы бер йәшлек булырға тейеш. Әгәр һимеҙ икән, алты айлыҡ һарыҡты салырға рөхсәт ителә. Шулай ҙа уның да бер йәшлек булыуы хәйерлерәк. Һыйыр малының иһә өс-биш йәшлеге һайланырға тейеш. Тағы ла шуныһы бар: кәзә-һарыҡ бер кеше өсөн салынһа, һыйыр менән дөйә – етәүгә. Ҡорбанлыҡ уртаса һимеҙлектә, етешһеҙлектәрҙән азат, ағзалары теүәл булырға тейеш. Ғәмәл алдынан доға ҡылына, ҡуйҙы аҙапламаҫ өсөн бысаҡ яҡшы итеп үткерләнә. “Бисмилләһ, Аллаһу әкбәр!” – тип әйтеп, малды тиҙ, оҫта, матур итеп салыу кәрәк. Салғас, "Йә Аллаһ,