Найти тему
Журнал "Шонкар"  

Башҡортостанда дәүләт автоинспекцияһы башлығы водителдәрҙе алыҫ юлға сыҡмаҫҡа саҡырҙы

Башҡортостанда дәүләт автоинспекцияһы башлығы водителдәрҙе эҫе сәбәпле алыҫ юлға сығыуҙан баш тартырға саҡырҙы. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Владмир Севастьянов үҙенең телеграмма-каналында яҙҙы.

Уның һүҙҙәренсә, юғары һауа температураһы арҡаһында водителдәр реакция тиҙлеген юғалта, тиҙ арый, йоҡо баҫа. Быларҙың барыһы ла юлдарҙағы фажиғәләргә сәбәпсе булыуы ихтимал.

Ул йәнә транспорттың техник торошон да күҙәтеп барырға кәрәклеген билдәләне. Кондиционер һәм электроника системаларының нисек эшләгәнен ҡарап тикшерергә кәңәш бирҙе.

Бынан тыш, Владимир Севастьянов, ауыр хәлдә ҡалған юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар тәүлек әйләнәһенә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала, тип өҫтәне.

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц