“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Мәләүез районының Троицкий ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Программаның маҡсаты – медицина ярҙамын халыҡҡа мөмкин тиклем яҡынайтыу. Яңы медицина пункты Троицкий халҡынан башҡа Романовка һәм Иҫке Казанковка ауылдары кешеләрен дә хеҙмәтләндерәсәк. Фельдшер ҡарамағында – 523 кеше. Яңы ФАП Мәләүез үҙәк район дауаханаһынан 22 километрҙа урынлашҡан. Ул бөтә заманса стандарттарға яуап бирә. Фельдшер-акушерлыҡ пунктына йәш белгес Альбина Салауатова етәкселек итәсәк. - Яңы урында эш башлауыма шатмын. Ауыл халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү минең өсөн ҙур яуаплылыҡ, – ти йәш белгес. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.