Ҡырмыҫҡалы ауылы Мәҙәниәт һарайының талантлы тауыш режиссеры Филүс Щәңгәрәев райондың тормошон сағыуыраҡ итеү, башҡаларҙы үҙ артынан эйәртеп, ижадҡа ылыҡтырыу өҫтөндә уңышлы эшләй. Егет үҙе Ҡариҙел районының Ҡараяр ауылында тыуып үҫкән. Ғаиләлә етенсе бала булып донъяға килгән. Мәҙәниәт өлкәһендә юл башлауында ата-әсәһе ҙур роль уйнаған. ”Атайым Фәйләс Ғәббәс улы һәм әсәйем Зәнфиә Ғәләүетдин ҡыҙы талантлы кешеләр ине. Улар ауылыбыҙҙың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашты. Атайым бейергә яратты, ә әсәйем кейәүгә сыҡҡанға ҡәҙәр клуб мөдире булып эшләгән”, – ти Филүс Шәңгәрәев. Мәктәптә уҡығанында музыка түңәрәгенә йөрөй, төрлө музыкаль инструменттарҙы үҙләштерә, иптәштәре менән район, республика конкурстарында, фестивалдәрҙә ҡатнаша. Урта мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Беренсе курстан һуң егет хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Аҙаҡ уҡыуын уңышлы тамамлап, Ҡариҙел ауылының музыка мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. 2011 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыка факул