Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бәләбәйҙә барыһы ла яҡшы

Бөгөн Бәләбәй районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципаль һабантуйҙа ҡатнашты. Йолаға әүерелгән байрам Бәләбәйҙең “Йырсы шишмәләр” паркында үтте. Төбәк етәксеһе Бәләбәй районының үҫеш темптарын юғары баһаланы һәм дәүләт наградалары тапшырҙы. - Бәләбәйгә һәр саҡ ҙур теләк менән киләм. Бында иҫ киткес, эшһөйәр һәм көслө кешеләр йәшәй. Хеҙмәтегеҙ, ныҡлығығыҙ, илһөйәрлегегеҙ өсөн бәләбәйҙәргә ихлас рәхмәтемде белдерәм. Район иҡтисадының үҫешеүен, яңы предприятиелар барлыҡҡа килеүен, кешеләрҙең эше булыуын, социаль мәсьәләләр хәл ителеүен ҙур ҡәнәғәтлек менән күрәбеҙ. Бәләбәй республикабыҙҙың иң сағыу, матур ҡалаларының береһенә әүерелә, – тине Радий Хәбиров. – Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә булышлыҡ итеү өсөн бөтә район менән берләшкәнегеҙ һәм барыһын да эшләгәнегеҙ өсөн айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Беҙҙең менән бергә бында яуҙа һәләк булған балаларҙың ата-әсәләре һәм ҡатындары. Мин һеҙҙең алда баш эйәм, иң тәрән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам һәм ошондай һоҡланғыс ир-егеттәр тәрбиәләгәнегеҙ өсөн тағы ла бер тапҡыр рәхмәт әйтәм. Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев республика етәкселегенә муниципалитетты үҫтереүгә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. – Район уңыштары – Бәләбәй халҡының хеҙмәте, Башҡортостанда тормошҡа ашырылған эҙмә-эҙлекле социаль-иҡтисади сәйәсәт һөҙөмтәһе ул. Республика ярҙамы менән район иҡтисадының база тармаҡтары предприятиелары үҫешә, – тине Азат Сәхәбиев. –Быйыл беҙ 26 мең гектар майҙанда яҙғы сәсеү үткәрҙек. 7 мең гектар маржиналь культуралар - көнбағыш, етен, рапс сәселгән. Районда барған үҙгәрештәр һәр кемгә күренеп тора. Район халҡы ла йәшәү мөхите уңайлылығының артыуын тулыһынса баһалай ала. Һабантуй ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беләбәй районының сәнәғәт предприятиелары, уҡыу йорттары, милли-мәҙәни үҙәктәре һәм фермер хужалыҡтары күрһәткән “Тирмәләр ҡалаһы”н ҡараны. Республика етәксеһе махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәребеҙ өсөн маскировка селтәрҙәре үргән урындағы ирекмәндәр менән аралашты. Радий Хәбиров уларға башҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм мөһим миссияны башҡарыуҙарын билдәләне - уларҙың сифатынан яугирҙәребеҙҙең ғүмере тора. Бәләбәй механизациялау һәм электрлаштырыу колледжы етәкселеге менән аралашыу барышында төбәк Башлығы студенттарҙың белем алыу һәм йәшәү шарттары, уҡыу йортоноң кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылыуы менән ҡыҙыҡһынды. Бәләбәйҙең “Автонормаль” заводы директоры Андрей Карпов предприятиеның етештереүҙе яңыртыуҙы дауам итеүе хаҡында һөйләне. “БелЗАН” республика сәнәғәте өсөн ҙур әһәмиәткә эйә һәм һәйбәт күрһәткестәр күрһәтә, тип билдәләне Радий Хәбиров. Сафиулла Ғабдуллин, Бәләбәйҙең “Автодеталь”» предприятиеһы директоры, унда персоналдың 50 проценттан ашыуы - һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр эшләй, республика етәкселегенә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт әйтте. Радий Хәбиров башҡорт, татар һәм сыуаш гимназиялары уҡытыусылары менән аралашты, һөнәрҙәренә һөйөүҙәре өсөн рәхмәт әйтте. – Һеҙ уҡыусыларығыҙға тәрән белем биреп кенә ҡалмайһығыҙ, ә тәү сиратта уларҙың әхлаҡи сифаттарын, донъяға ҡарашын формалаштыраһығыҙ, – тине республика етәксеһе. – Бишбүләк районында сыуаш телен тәрән өйрәнеү буйынса полилингваль гимназия төҙөргә ҡарар иттек. Бер-берегеҙгә ҡунаҡҡа йөрөрһөгөҙ, тупланған тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашырһығыҙ. Милли ихаталарҙы ҡарап, төбәк Башлығы Башҡортостанда милли традицияларҙы, телде, мәҙәниәтте һәм, ғөмүмән, милләт-ара татыулыҡты һаҡлауҙың мөһимлеген билдәләне. Һабантуй ваҡытында Радий Хәбиров һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең әсәләре һәм ҡатындары менән аралашты, республика һәр саҡ уларҙың эргәһендә буласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республика Башлығы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Бәләбәй районының почетлы кешеһе Ғәбдрәүеф Сәләх улы Гәрәевҡа ныҡлы һаулыҡ теләне. Апрелдә легендар танкисҡа 98 йәш тулды. Радий Хәбиров яңыртылған “Йырсы шишмәләр” паркын да ҡараны. 2019 йылда уны төҙөкләндереү буйынса күләмле проект бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды. Проектты әҙерләгәндә Башҡортостандың ҡалаларҙы үҫтереү институты кешеләрҙең һыу менән үҙ-ара килешеп эш итеүе иҫәбенә биләмәнең тәбиғи потенциалын асырға тырышты. Бәләбәй йөҙҙән ашыу шифалы шишмә бәреп сыҡҡан “йырсы шишмәләрҙең” төбәге булараҡ билдәле. Ҡала халҡы иҫ киткес ижтимағи киңлек алды. Быуа буйында ағас пирстар һәм амфитеатр, шулай уҡ ҡомло пляж барлыҡҡа килгән. Парк биләмәһендә күп функциялы коворкинг-үҙәк эшләй, велосипед юлдары, сауҙа киоскылары, төрлө арт-объекттар бар. Парктың үҙенсәлеге һәм йәлеп итеү нөктәһе булып, айырыуса кискеһен быуаның һыу өҫтөндә ҡуйылған яҡтыртҡыслы йырлы фонтандар торҙо. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.