Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында үлемесле авария теркәлде. Өфө-Инйәр-Белорет юлының 37-се километрында “Форд Фокус” водителе ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм “МАН” йөк автомобиленә бәрелгән, тип хәбәр иттеләр республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан. Ваҡиға урынында еңел автомобиль пассажиры йән биргән. Водитель һәм тағы бер пассажир төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа хәбәр ителеүенсә, һәләк булған кеше өлкән йәштәге ҡатын булған, ә йәрәхәтләнгән пассажир – бер йәшлек бала. Әле авария урынында дәүләт автоинспекторҙары эшләй, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Фото: ГАИ.