15 июндә Бәләбәйҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бәләбәй һөт комбинатында булды. Төбәк етәксеһе предприятиеның эше, етештереү ҡеүәттәренең үҫеше менән танышты, шулай уҡ хеҙмәт коллективы менән аралашты. “Бәләбәй һөт комбинаты” акционерҙар йәмғиәте - Рәсәйҙә ҡаты сырҙар етештереүсе иң ҙур предприятиеларҙың береһе. Бөгөн уның продукцияһы Рәсәйҙең 250 ҡалаһында һәм Ҡаҙағстанда күрһәтелгән. Предприятиеға 1932 йылда нигеҙ һалынған һәм 90 йыл дауамында төбәктең, дөйөм алғанда бөтә илдең аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүгә тос өлөш индерә. Производствола бөтәһе 700-ҙән ашыу белгес эшләй. Башҡортостан Башлығы предприятиеның төп етештереү майҙансыҡтарында булды һәм уның етәкселеге менән артабанғы үҫеш пландарын тикшерҙе. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса комбинат 130 мең тоннанан ашыу һөт сеймалын эшкәрткән һәм 13 мең тонна самаһы ҡаты һәм йомшаҡ сырҙар етештергән. Сығарылған продукция ассортиментында шулай уҡ май һәм ҡоро һөт продукттары бар. “Бәләбәй һөт комбинаты” акционерҙар йәмғиәтенең генер