Найти тему
Башҡортостан гәзите

Беҙ йәнә алда

Сергей Кириенко рәйеслегендәге координация комитеты 2024 йылғы икенсе конкурсҡа йомғаҡ яһаны. Ғаризалар һаны һәм йәлеп ителгән средстволар суммаһы буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең тәүге 10 төбәге исемлегендә алдынғы урындарҙы биләй. Республика коммерцияға ҡарамаған ойошмаларының 47 проекты 72,19 миллион һумлыҡ ярҙам алды. Фондҡа Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән бөтәһе 10 539 проект килгән. 1 357 коммерцияға ҡарамаған ойошма конкурс еңеүселәре булды. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Элина Ғатауллина билдәләүенсә, коммерцияға ҡарамаған сектор йәмәғәтте борсоған мәсьәләләрен хәл итеүҙә күберәк ҡатнаша, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һанының һәм уларҙың социаль башланғыстарының йылдан-йыл артыуы ошо хаҡта һөйләй. Президент гранттары фондының икенсе конкурсына ғариза биреү кампанияһында Башҡортостандан 647 башланғыс ҡатнашты. Был – төбәктең конкурста ҡатнашыу осоронда рекордлы һан. 2024 йылдың икенсе конкурсында ҡатнашыу әүҙемлеге буйынса Башҡортостан илдең икенсе төбәге һәм Волга буйы федераль округының беренсе субъекты булды. – Башҡортостанда 6 меңдән ашыу коммерцияға ҡарамаған ойошма теркәлгән, уларҙың 1 100-ҙән ашыуы – социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар. Улар халыҡтың төрлө һорауҙарына яуап бирә һәм кешеләрҙең көндәлек тормошта осраған мәсьәләләрен хәл итергә тырыша. Республикабыҙҙың коммерцияға ҡарамаған секторы тағы ла нығыраҡ үҫешһен, яңы проекттар, башланғыстар барлыҡҡа килһен, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың һәр береһе грант конкурстарында ҡатнашып, еңеп сыҡһын, шулай уҡ еңеүселәрҙең проекттары хаҡында күберәк кешеләр белһен һәм ҙур инициативалы кешеләр берләшмәһенең бер өлөшө булһын ине, тигән теләктәмен. Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ресурс үҙәге эксперттары был йәһәттән мотлаҡ ярҙам итәсәк, - тине Элина Ғатауллина. Президент гранттары, элекке кеүек үк, төрлө йүнәлештәрҙә ғәмәлгә ашырыласаҡ. Улар – республика ҡалаларында һәм райондарында форумдар һәм фестивалдәр, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн киңлектәр, спорт турнирҙары, МХО яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам буйынса проекттар. Төбәктә 7868 336 һум суммалыҡ иң ҙур грантты Йәш этнополитолог мәктәбе алды. Проектҡа Башҡортостандан, Удмуртиянан, Түбәнге Новгород, Һарытау, Свердловск өлкәләренән, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан һәм Луганск Халыҡ Республикаһынан йәш ғалимдар, эксперт-аналитиктар һәм студенттар йәлеп ителә. Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға күрһәтелгән ярҙам төрлөсә була, һәм был һәр ваҡытта ла ҙур сығым түгел. Мәҫәлән, “Балалар ижады донъяһы” проектына республика ветерандар ойошмаһының Мәләүездәге бүлексәһе 22,5 мең һумлыҡ грант аласаҡ. Был аҡсаға команда социаль приюттарҙа һәм балалар йорттарында балалар өсөн һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарасаҡ. Президент гранттары Балалар өсөн менталь ярҙам үҙәгенә, “Ҡәһүәләр һуғышы” баристалар кубогына, “Болот аръяғы фронты” хәрби-тарихи фестиваленә, “Кәртәләрҙе емереп” форум-күргәҙмәһенә һәм башҡа проекттарға ярҙам итәсәк. – Республикабыҙҙа төрлө социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә байтаҡ финанс ярҙамы тағы ла бер тапҡыр, Башҡортостан бөгөн дөрөҫ юлда, тигәнде раҫлай. Эйе, эксперттар менән башҡараһы эштәр байтаҡ әле – ғаризаларҙың сифатын яҡшыртырға һәм ғәмәлдәге проекттарҙы камиллаштырырға кәрәк, әммә һөҙөмтәләр бик ышандыра. Беҙ заман һәм граждандарыбыҙҙың ихтыяждары менән бергә атлайбыҙ, быны ла Президент гранттары фонды эксперттары юғары баһалай, - тип аңлатма бирҙе Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ресурс үҙәге эксперты, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Артур Ғилманов. Еңеүсе проекттарҙың тулы исемлеге менән президентскиегранты.рф сайтында “Проекттар” бүлегендә танышырға мөмкин. Координация комитеты киләһе конкурс тураһында положениены ҡараны. Уға ғаризаларҙы Фонд 2024 йылдың 2 сентябренән 15 октябренә тиклем ҡабул итә.