Өфө дәүләт нефть техник университетының Декарбонизация технологиялары үҙәге хеҙмәткәрҙәре тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу кафедраһының техносфера хәүефһеҙлеге йүнәлеше уҡытыусылары һәм магистранттары менән берлектә «Ҡылғанлы дала» Евразия карбон полигоны участкаһында булды. Бында «Декарбонизация технологиялары йәштәр ғилми лабораторияһын үҫтереү» проекты сиктәрендә йәш ғалимдарға ялан мәктәбе үткәрелде. ӨДНТУ -нан Юғары уҡыу йортоноң фән һәм технологик эшҡыуарлыҡты үҫтереү департаменты директоры Руслан Рабаев сығыш яһаны. Практик өлөшөндә йәш ғалимдар ялан тикшеренеүҙәре үткәреү күнекмәләрен үҙләштерҙе, экосистема участкаһында ҡыяҡлы-дала үҫемлек берләшмәләренең күп төрлөлөгөн өйрәнде, тупраҡ һәм үҫемлектәр өлгөләрен һайлап алды. Фотосинтезды өйрәнеү өсөн заманса портатив прибор ҡулланып, төрлө культураларҙың япраҡ өлгөләрендә хлорофилл кимәлен билдәләнеләр. Ялан мәктәбендә ҡатнашыусылар алынған белемдәрен һәм тәжрибәләрен артабан декарбонизация технологиялары өлкәһендәге ғилми һәм практик тикшеренеүҙәрендә ҡуллана аласаҡ. Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24178/