Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өфөлә “Рәсәй һыуы” экологик акцияһы үтте

Өфөлә йәшәгән меңгә яҡын кеше “Рәсәй һыуы” бөтә Рәсәй акцияһында – “Экология” милли проекты буйынса үткәрелгән илдәге иң ҙур ирекмәндәр экологик проекттарының береһендә ҡатнашты. Уны Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ярҙамында Өфө хакимиәте ойошторҙо. Акция сиктәрендә төрлө эшмәкәрлек өлкәһе белгестәре, бизнесмендар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, профессиональ экологтар, депутаттар, студенттар һәм битараф булмаған граждандар, бер ҙур командаға берләшеп, “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексы эргәһендә Ағиҙел буйын таҙарттылар һәм 1000 тоҡ сүп-сар йыйҙылар. Был акция ил халҡы араһында экологик грамоталылыҡты арттырыуға булышлыҡ итә, шул иҫәптән йәмәғәтселек һәм йәш быуын иғтибарын һыу ресурстары сифатын һаҡлауға һәм яҡшыртыуға йәлеп итә, шулай уҡ “Экология” милли проектының “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” федераль проектының бер өлөшө булып тора. – Беҙҙең республика был сарала йыл һайын әүҙем ҡатнаша һәм дүртенсе йыл рәттән Рәсәй субъекттары араһындағы ре

Өфөлә йәшәгән меңгә яҡын кеше “Рәсәй һыуы” бөтә Рәсәй акцияһында – “Экология” милли проекты буйынса үткәрелгән илдәге иң ҙур ирекмәндәр экологик проекттарының береһендә ҡатнашты. Уны Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ярҙамында Өфө хакимиәте ойошторҙо. Акция сиктәрендә төрлө эшмәкәрлек өлкәһе белгестәре, бизнесмендар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, профессиональ экологтар, депутаттар, студенттар һәм битараф булмаған граждандар, бер ҙур командаға берләшеп, “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексы эргәһендә Ағиҙел буйын таҙарттылар һәм 1000 тоҡ сүп-сар йыйҙылар. Был акция ил халҡы араһында экологик грамоталылыҡты арттырыуға булышлыҡ итә, шул иҫәптән йәмәғәтселек һәм йәш быуын иғтибарын һыу ресурстары сифатын һаҡлауға һәм яҡшыртыуға йәлеп итә, шулай уҡ “Экология” милли проектының “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” федераль проектының бер өлөшө булып тора. – Беҙҙең республика был сарала йыл һайын әүҙем ҡатнаша һәм дүртенсе йыл рәттән Рәсәй субъекттары араһындағы рейтингта тәүге бишәү иҫәбенә инә. 2023 йылда ярҙарҙы таҙартыу буйынса сараларҙа 72 мең самаһы кеше ҡатнашты, 4 200 километрҙан ашыу яр буйы һыҙаты таҙартылды, 10 мең кубометрҙан ашыу сүп-сар йыйылды. Бындай һөҙөмтәләр беҙҙең уртаҡ киләсәгебеҙ хаҡында яуаплылыҡ һәм хәстәрлек күрһәтеүҙе тағы бер тапҡыр күрһәтә. Ошондай әүҙем позиция өсөн барыһына ла рәхмәт, – тип билдәләне Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Бирғәлиев. Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.