Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Хәҙер хәүефһеҙ йөрөргә була

Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Комаров урамы төҙөкләндерелде. Юл эштәре планлаштырылған ваҡыттан бер ай алдан тамамланған. 2024 йылдың 14 июненә подрядсы ойошма Урау урамынан Яңы урамға тиклемге 280 метр оҙонлоҡтағы юл участкаһында бөтә эштәр комплексын башҡарҙы. Гранит бордюрҙар ҡуйылды, асфальт-бетон япмаһы яңыртылды һәм термопластиктан һыҙаттар төшөрөлдө. Әлеге ваҡытта төҙөүсе объектты файҙаланыуға тапшырырға әҙерләй. –Ремонт планға ҡарата алдараҡ тамамланды. Һөҙөмтәлә был урамда урынлашҡан “Стәрлетамаҡ-Арена” спорт комплексына хәүефһеҙ йөрөү тәьмин ителде. Көн һайын спорт учреждениеһында йөҙҙәрсә йәш хоккейсы шөғөлләнә, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова. Быйыл был урамды ремонтлауға 10 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. 2024 йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡта дөйөм оҙонлоғо 7 километрҙан ашыу булған 12 юл участкаһын төҙөкләндереү күҙаллана. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша. Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.