Һуңғы ваҡытта күптәр дарыу үләне йыя һәм файҙалана. Һәр дарыу үләненең үҙенең йыйыу ваҡыты бар. Нәҡ ошо осорҙа ул файҙалы матдәләрҙе үҙенә туплай. Файҙа килтерһен тиһәң, дарыу үләндәрен ваҡытында һәм дөрөҫ итеп йыйырға ла кәрәк. Уларҙы сәнәғәт предприятиеларынан, ҡаланан, трассаларҙан, сүплектәрҙән, тимер юлдарҙан кәмендә 30 саҡрым йыраҡлыҡтағы ерҙән йыйырға тырышығыҙ. Ни өсөн тиһәгеҙ, улар һауалағы, тупраҡтағы һәм һыуҙағы ағыулы матдәләрҙе үҙҙәренә гел һеңдереп тора. Үләндәрҙе ҡоро һәм аяҙ көндә, иртәнге сәғәттәрҙә йәки киске яҡта — сәғәт дүрт менән биш араһында йыйығыҙ. Ә бына томанлы, ямғырлы көндә, ысыҡ төшкән ваҡытта йыйыуҙың мәғәнәһе юҡ. Үләндәрҙе йыйып алғас уҡ киптереү юлын ҡарағыҙ, юҡһа уның сифаты насарланасаҡ. Иң яҡшыһы — уларҙы яҡшы елләтелә торған бинала киптереү. Үләнде бәйләм-бәйләм итеп элегеҙ. Уның кипкәнме-юҡмы икәнлеген белеү өсөн япраҡтарын ыуып ҡарағыҙ. Әгәр ҙә улар бик тиҙ ыуалһа, әҙер тигән һүҙ. Ә бына орлоҡтары һәм емештәре ҡыштырҙаған тауыш сығарырға, тамыр һәм