Йылына ике тапҡыр әрем ярҙамында таҙарынып алырға ярай. Ә ҡайһы бер үлән белгестәре йыл буйы бер семтем ҡоро әрем ҡабырға кәңәш итә. Ә һеҙ әремде ҡулланаһығыҙмы?
Әремдең 180 төрө бар. Халыҡ медицинаһында ул төрлө сирҙәрҙән, бигерәк тә паразиттарҙан ҡотолоуҙа киң ҡулланыла. Аҫылбикә апай Мәжитованан был дарыу үләнен нисек дөрөҫ итеп ҡулланыу тураһында бер нисә кәңәш:
Беҙ яратып тотонған кейәү үләне хатта әремдең бер төрө. Ә мин һары сәскәлеһен йыйҙым.
Быға тиклем ҡоро көйө банкаларға алып, бер семтем әремде һыу менән эсеп йәки әрем сәскәһе, еҙ төймә, ҡәнәферҙе, өсөһөн бер күләмдәге онтағын һыу менән эсеп тотонғаным булды. Алма һеркәһенә лә һалып эшләп ҡараныҡ.
Алма һеркәһенең шифаһы айырым темаға лайыҡ. Уның өсөн 4 өймәләм аш ҡалағы әрем сәскәһен (япрағы ла эләгә) ярты литр һеркәгә (яблочный уксус) һалып төнәтәһең. Иртәнсәк ас ҡарынға бер балғалаҡ әремле һеркәне бер сынаяҡ һыуға һалып эсәһең. Иртәнге ашты ярты сәғәттән генә ашарға ярай. Белгестәр, был ысул менән ике аҙна дауамында д