Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Иглин районында халыҡ байрамы – һабантуй үтте

Башҡортостандың Иглин районында "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә 2024 йылғы халыҡ байрамы – Һабантуй ойошторолдо. Был хеҙмәт байрамында халыҡтарҙың матур йолалары, уларҙың йырҙары, бейеүҙәре һәм ғөрөф-ғәҙәттәре берләшә. Изге йола буйынса һабантуйҙа үҫемлекселектә һәм малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшкән ауыл хужалығы алдынғылары тәбрикләнде. Шулай уҡ бергә оҙайлы ғүмер кисергән яҡташтарыбыҙҙы: Соловьевтар, Воробьевтар һәм Әкрәмовтар ғаиләләрен ҡотланылар. Әсәлек даны миҙалын биш бала әсәһе Екатерина Логинаға тапшырҙылар. Иглин районы ҡунаҡсыллығы менән дан тота, быны һабантуйҙың бөтә ҡунаҡтары ла баһалай алды. Улар “Иглин баллы торты” брендын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты. Һабантуйҙа һәммәһе лә булды – дәртле йырҙар һәм бейеүҙәр, спорт ярыштары һәм милли уйындар, көс һәм етеҙлек буйынса ярыштар, ҡунаҡсыллыҡ һәм алсаҡлыҡ. Теләгән һәр кем өсөн төрлө майҙансыҡтар эшләне. Район Мәҙәниәт йорто алдында милли ихаталар урынлашты, улар ҡатнашыусыларҙы рус, башҡорт, татар, с

Башҡортостандың Иглин районында "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә 2024 йылғы халыҡ байрамы – Һабантуй ойошторолдо. Был хеҙмәт байрамында халыҡтарҙың матур йолалары, уларҙың йырҙары, бейеүҙәре һәм ғөрөф-ғәҙәттәре берләшә. Изге йола буйынса һабантуйҙа үҫемлекселектә һәм малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшкән ауыл хужалығы алдынғылары тәбрикләнде. Шулай уҡ бергә оҙайлы ғүмер кисергән яҡташтарыбыҙҙы: Соловьевтар, Воробьевтар һәм Әкрәмовтар ғаиләләрен ҡотланылар. Әсәлек даны миҙалын биш бала әсәһе Екатерина Логинаға тапшырҙылар. Иглин районы ҡунаҡсыллығы менән дан тота, быны һабантуйҙың бөтә ҡунаҡтары ла баһалай алды. Улар “Иглин баллы торты” брендын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты. Һабантуйҙа һәммәһе лә булды – дәртле йырҙар һәм бейеүҙәр, спорт ярыштары һәм милли уйындар, көс һәм етеҙлек буйынса ярыштар, ҡунаҡсыллыҡ һәм алсаҡлыҡ. Теләгән һәр кем өсөн төрлө майҙансыҡтар эшләне. Район Мәҙәниәт йорто алдында милли ихаталар урынлашты, улар ҡатнашыусыларҙы рус, башҡорт, татар, сыуаш, латыш һәм белорустарҙың мәҙәниәте менән таныштырҙы. Концерт программаһы 150-нән ашыу кеше ҡатнашлығында театрлаштырылған прологтан башланды. Был тамаша барыһы өсөн дә ҙур бүләк булды һәм бөтә байрамға йәм өҫтәне. Авиашоу халыҡ байрамының иң юғары нөктәһе булды. Первушино аэродромы пилоттары, ҡатмарлы маневрҙар башҡарып, халыҡ һәм ҡунаҡтар өсөн һауала мауыҡтырғыс тамаша ойошторҙо. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Иглин районы хакимиәте.