Найти тему
Башҡортостан гәзите

Таулы Алтай иленән еңеү менән!

Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының II-III курс студенттарынан торған команда Таулы Алтай дәүләт университетында үткәрелгән "Филология. Рәсәй халыҡтары телдәре һәм әҙәбиәте (төрки телдәр)" Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашты һәм ҙур еңеү яуланы. Олимпиада Алтай Республикаһының баш ҡалаһы Таулы Алтайҙа егерменсе тапҡыр үткәрелә. Саралар программаһы бик бай һәм мауыҡтырғыс булды: ғилми-ғәмәли конференциялар, ғилми эштәр конкурстары, төрки мәҙәниәттәр фестивале, стажировкалар, ошо матур төбәктең иҫтәлекле урындары менән танышыу. Олимпиадала Таулы Алтай һәм Алтай дәүләт университеттары, М.К. Аммосов исемендәге Төньяҡ-көнсығыш федераль университет, Тыва дәүләт университеты, Н.Ф.Катанов исемендәге Хакас дәүләт университеты, Башҡортостан Республикаһы исеменән Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары сығыш яһаны. Ике турҙан торған олимпиаданың беренсеһе төрки халыҡтарҙың телдәренә арналған. Был бәйгелә III курс студенты Гүзәл Йәрмөхәмәтова икенсе урын алды, ә курсташтары төрлө номинацияларҙа билдәләнде: Зилиә Буранбаева – “Боронғо төрки руник ҡомартҡыларҙың асыш тарихын иң яҡшы белеүсе”, Миләүшә Яхина – “Боронғо төрки руник ҡомартҡыларға иң яҡшы дешифровка яһаусы" номинацияларында белемен күрһәтте. Икенсе тур төрки халыҡтарҙың әҙәбиәте һәм фольклорына арналды. II курс студенты Айзилә Ҡәҙербаева "Төрки әҙәбиәтен иң яҡшы белеүсе", III курс студенты Азалия Нарынбаева “Художестволы тексҡа иң яҡшы анализ яһаусы” номинацияларында бүләкләнһә, Наҙгөл Үҙәнбаева, Гүзәл Йәрмөхәмәтова һәм Миләүшә Яхина ижади эштәрҙе иң яҡшы үтәүселәр рәтендә булды. Олимпиада йомғаҡтары буйынса беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙ иң күп балл йыйып, беренсе урынға сыҡты. 41 ҡатнашыусы араһында шәхси беренселектә Наҙгөл Үҙәнбаева II дәрәжә дипломға лайыҡ булып, барыбыҙҙы һөйөндөрҙө. Афарин, ҡыҙҙар! Олимпиаданың һәр көнө матур сараларға бай булды. Студенттар Таулы Алтай дәүләт университетының алтаистика һәм тюркология факультетында “Тюркология” темаһы буйынса стажировка үтте. Танылған тел ғалимдары фәһемле лекциялар уҡыны, практик дәрестәр үткәрҙе. Сурна Сарбашева, Альбина Киндикова, Надежда Ерленбаева, Вадим Толомбаев, шулай уҡ рун яҙмаһын берҙән-бер белеүсе ғалим Лариса Тыбыкова менән таныштылар. Таулы Алтай дәүләт университетында студенттарҙың һәм уҡытыусыларҙың “Хәҙерге тюркология проблемалары: тел, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт” тигән фәнни эштәр конкурсында ҡатнашҡан III курс студенты Зилиә Буранбаева (ғилми етәксеһе: доцент Илшат Янбаев) беренсе дәрәжә, ә II курс студенты Илүзә Ҡыҙрасова (ғилми етәксеһе: доцент Рида Латипова) икенсе дәрәжә дипломдар менән бүләкләнде. Алтай Республикаһы Чемаль районының “Экстрим Парк” ял базаһы биләмәһендә ойошторолған “Ирбис һуҡмағы” төбәк-ара милли спорт фестивалендә һәр команда үҙенең милли уйындарын тәҡдим итте. Студенттарға “Ирбис Һуҡмағы” буйлап үтеү, Алтайҙың мөһабәт тауҙары, урмандары, матур Катунь йылғаһы менән танышыу бәхете тейҙе. Аҙаҡ олимпиадала ҡатнашыусылар үҙҙәренең милли аш-һыуы, мәҙәниәте менән таныштырҙы. Беҙҙең университет ҡыҙҙары "Беләҙегем-йөҙөгөм" лирик бейеүен тәҡдим итте. “Таулы Алтай мәҙәниәт министрының маҡтау һүҙҙәрен ишетеү, бейеүебеҙҙе юғары баһалауы ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Яңы дуҫтар табып, ҡанатланып ҡайттыҡ олимпиаданан. Төрки халыҡтарҙың көслө, рухлы, талантлы һәм әүҙем булыуҙарына тағы ла бер ҡат инандыҡ”, - тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Азалия Нарынбаева. Еңеүселәрҙе деканыбыҙ Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина, уҡытыусыларыбыҙ һәм беҙ, студенттар, вокзалдан күңелле итеп ҡаршы алдыҡ. Саф башҡортса бейешеп-йырлаштыҡ, шарҙар, сәскәләр менән күңелдәрен күтәрҙек. Ҡыҙҙар хатта тулҡынланыуҙан илап та алды. “Һеҙ хөрмәткә лайыҡһығыҙ, аҡыллы һәм сибәр ҡыҙҙарыбыҙ! Төрки йәштәре араһында беренсе урын яулауығыҙ оло шатлыҡ! Икенсе йыл рәттән Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүсе тажын кейәбеҙ. Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!” –тип ҡыҙҙарҙы дәртләндерҙе Гөлфирә Риф ҡыҙы. Олимпиада еңеүселәре менән Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Петрович Захаров осрашты. "Туған телдәрҙе һәм әҙәбиәтте, айырыуса башҡорт телен, өйрәнеүгә университетта ғәйәт ҙур иғтибар бүленә. Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының эше маҡтауға лайыҡ. Һеҙҙең эшмәкәрлекте яҡшыртыу өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ", – тине Вадим Петрович. Ҡыҙҙарыбыҙ үҙ йәһәтендә уларҙы олимпиадаға әҙерләгән уҡытыусылары Гөлфирә Гәрәева, Гөлназ Иҫәнғолова, Илшат Янбаев, Фәнилә Салауатова, Әлфирә Бәхтийәрова һәм Лилиә Абдуллинаға ҙур рәхмәт белдерә. Ошо оло сараға барыу мөмкинлеген тыуҙырған ректорыбыҙ Вадим Захаровҡа, студенттарыбыҙҙы һәр йәһәттән ҡеүәтләп торған деканыбыҙ Гөлфирә Абдуллинаға, олимпиада командаһының рухын күтәреүсе етәксебеҙ Рида Латиповаға ихлас рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙҙең һәр ҡаҙанышыбыҙҙа – һеҙҙең хеҙмәт! Йомағужина Гөлсинә, Өфө фән һәм технологиялар университетының II курс студенты.