Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

М-5-тә ҡот осҡос авария

Бөгөн кискә ҡарай М-5 трассаһында, Иглин районында ҡурҡыныс авария теркәлде. Юлдың 1537-се километрында “Лада Веста” менән Nissan X-Trail автомобилдәре бәрелешкән. Тәүге машинала 63 йәшлек ир ултырған һәм ниндәйҙер сәбәп менән сит ил автомобиленә төкөлгән. Аварияның һөҙөмтәһе бик аяныслы: ике машинаның да водителе урында һәләк булған. Nissan X-Trail машинаһы пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Урында Дәүләт автоинспекцияһы һәм ҡотҡарыусылар эшләгән, улар авария сәбәптәрен асыҡлай. Шул уҡ ваҡытта, “Приуралье” федераль автомобиль юлдары идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, юл-транспорт ваҡиғаһы арҡаһында федераль әһәмиәттәге М-5 “Урал” автомобиль юлы участкаһында бөтә төр транспорт өсөн хәрәкәт ябылған. Оло Тәләк – Урман ауылдары аша урау юл ойошторолған. Юлды асыу тураһында өҫтәмә хәбәр ителәсәк. Фото: Телеграм-канал.