Башҡортостанда фейк-яңылыҡтар менән көрәшер өсөн телеграм-каналдар барлыҡҡа килде. Беҙ уларға күҙәтеү яһарға булдыҡ. Был каналдарҙың иң әүҙемдәренең береһе “Фактчекинг по-башкирски” тип атала (https://t.me/bashFCK – телеграмда, https://vk.com/bashfck – “Бәйләнештә” лә бар). Унда көн һайын бер нисә пост баҫылып килде һәм беҙ иң ҡыҙыҡлыларын һайлап алдыҡ. Аҙна башында республиканың телеграмдағы яңылыҡтар каналының береһе Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең кадр мәсьәләһенә ҡағылды. Эйе, унда заказ артты һәм кеше күп кәрәк. Эшсе һөнәрҙәргә килгәндәргә ҙур эш хаҡы вәғәҙә итәләр. Тик был канал предприятиела эшләмәгән кеше фекеренә таянып, эш шарттарын яманлаған һәм хеҙмәт хаҡына ялыу иткән. Ә “Фактчекинг по-башкирски” каналы ысынлап бөгөн предприятиела эшләгән кеше менән һөйләшеп был фекерҙе инҡар итеүгә өлгәште. “Әңгәмәсебеҙ һан менән идара итеү станоктары операторы булып эшләй. Ул айына яҡынса 85-100 мең һум алыуы, эш сәғәтенән тыш сменалар менән тағы ла күберәк сығыуы хаҡында һөйләне. Егет үҙе штрафтар алмаған, әммә етди бракка юл ҡуйғанда, эш хаҡының бер өлөшөн юғалтырға мөмкин, тигән. “Премиянан мәхрүм итеү өсөн ниндәйҙер етди сәбәп булырға тейеш. Бәхеткә күрә, минең менән өс йыл эсендә бындай хәл булманы”, - ти ул. Уның һүҙҙәренсә, эҫе аш өсөн сығымдарҙың күпселек өлөшөн эш биреүсе үҙ өҫтөнә ала. Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә төп эш һөҙөмтәһе – ғаилә менән көн һайын осрашыу мөмкинлеге, тип иҫәпләй”, – тип яҙа канал. Башҡортостандағы ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа ағастар ҡырҡыла, тип саң ҡаға ҡайһы бер каналдар. Эштең айышына төшөнмәгән кешеләр быны электәреп ала һәм “экологияға зыян килтерәләр” тигән фекерҙә нығыналар. Ә бит был мәсьәләне саҡ ҡына иғтибарлыраҡ өйрәнһәң, шул асыҡлана: ҡалаларҙа һәр ваҡыт иҫкергән һәм ҡолау ҡурҡынысы янаған ағастар ғына киҫелә. Күп осраҡта киҫелгәндәре урынына алмашҡа икенселәре, ҙурайып, нығынғандары ултыртыла. Был юлы Ҡыҙыл Шишмә ҡасабаһындағы ағастар өсөн борсолоу белдерелде. Телеграм-каналдарҙа, Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә ҡасабаһында быуатлыҡ тирәктәр ҡырҡыла, тигән яңылыҡ таралды. Быға тиклем ялғанда тотолған “эколог” Веселов халыҡ ағасһыҙ ҡала тип саң ҡаҡты. “Фактчекинг по-башкирски” каналы аңлатыуынса, бында бер ниндәй ҙә хәүеф юҡ. Ағастарҙы ҡырҡҡан участка шәхси милектә һәм ҡала ситендәге ял өсөн файҙаланыла. Милексе ауыл советына мөрәжәғәт иткән һәм ағастарҙы ауыу хәүефе булыу сәбәпле ҡырҡырға кәрәклеген иҫбатлап, рөхсәт алған. Ағастар законға ярашлы ҡырҡылған. Дөйөм алғанда бағаналарға һәм сымдарға яҡын урынлашҡан унлап ағас ҡырҡылған, ҡалғандары урынында ҡалған. Бының видеодәлиле каналда һалынған. Был аҙнала тағы бер шау-шыу күтәрелгән тема: ул Мәсетле районындағы һабантуйға бәйле булды. “Пруфы” һәм уларҙан һуң “Аспекты-Башкортостан” каналдары был районда һабантуй булмай тигән хәбәр таратты. Имеш, МХО барған саҡта бер ниндәй ҙә күңел асыу саралары булмаясаҡ. Әммә, юҡ, был юлы ла дөрөҫ булмаған мәғлүмәт. Һабантуй буласаҡ! Ни бары яңы форматта. Район үҙәгендә сәсеүҙә алдынғылыҡ күрһәткән хеҙмәт кешеләре баһаланасаҡ, патриотик концерт үтәсәк. Традицион конкурстар һәм спорт ярыштары ла көтөлә. Күп ауыл советтарында Ҡорбан аштары ойошторола. Бында МХО-лағы егеттәр өсөн ҡорбан салынасаҡ һәм коллектив доғалар ҡылынасаҡ. Ә бер көндө телеграм-каналдарҙа Өфөлә көпә-көндөҙ балаһы менән йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙы дүрт ир урлап, машинаға тейәп алып китте, тигән видеояҙма таралды. Имеш, Башҡортостанға “90-сы йылдар” әйләнеп ҡайтты. Унда күренеүенсә, ысынлап та билдәһеҙ кешеләр килеп сыға һәм ҡатынды машинаға ултыртып алып китә. Әммә, ысынбарлыҡта, уны бер кем дә урламаған, ә етди статья буйынса ҡулға алғандар. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында хәбәр итеүҙәренсә, уның янына полиция хеҙмәткәрҙәре килгән, таныҡлыҡтарын күрһәткәндәр. Ҡатынды ауыр статья – наркотик матдәләр һаҡлауҙа ғәйепләйҙәр. Ҡулға алған саҡта ул ҡысҡыра, ҡулдарынан ысҡынырға маташа башлай. Әйткәндәй, уның коляскаһы буш булып сыға. Балаһын тотҡан ир аҙаҡ килеп сыға. Һәр ваҡыттағыса: эштең айышына төшөнөү юҡ, ә яңылыҡты бирә һалыр һәм кемделер ғәйепләр кәрәк... Ялдарҙа тағы бер “мөһим” яңылыҡ донъя күрҙе: республика Башлығы вазифаһын ҡалдыра. Был “сенсациялы” хәбәр “Пруфы” баҫмаларында сыҡты. Имеш, Радий Хәбиров быйыл көҙ үк эшенән бушатыласаҡ. Һәм был яңылыҡҡа ышанырға була, сөнки был хаҡта уларға “ышаныслы сығанаҡ” хәбәр иткән. Ә ышаныслы сығанаҡ был юлы яңылыҡтар сайты ла түгел, ә форум форматындағы юридик консультация сайты булып сыҡҡан. Бында ниндәйҙер Людмила исемле ханым етәксенең отставкаһына ҡарата үҙ фекерен белдергән һәм хатта уны кем алмаштыра алыуын хәбәр иткән – Ялалов, Исҡужин һәм Назаров. “Эх, тирә-яҡта күпме шәп яңылыҡ белгән кешеләр бар икән, әммә бер ниндәй фактһыҙ, объектив дәлилдәрһеҙ. Ғөмүмән, республикаға ҡағылышы булмаған ниндәйҙер форумдарҙа. Ә иң мөһиме, үҙ сығанаҡтарында был юҡ-барҙы баҫтырырға әҙер “профессиональ” журналистар күп”, – тип тамамлай был яҙманы “Фактчекинг по-башкирски” каналы. Тағы ла бер канал “Башкирский гамбит” (https://t.me/bashgambit) тип атала. Уҙған аҙнала улар Башҡортостандағы ниндәй сәйәси ваҡиғаларҙың федераль телеграм-каналдарҙа сағылыш табыуын баҫҡан. Ниндәй ҙә булһа яҡшы яңылыҡ булырға тейеш тә инде! “BRIEF” тип аталған илдең ҙур ижтимағи-сәйәси телеграм-каналы (650 мең яҙылыусыһы бар) Өфөлә үткән икенсе “Китап байрамы” тураһында яңылыҡ биргән. Улар беҙҙә үткән сараны ыңғай баһалаған. Бындағы тағы бер пост енәйәт яуаплылығына тарттырыу йәшенә етмәгән үҫмерҙе хөкөм иткән Өфө судьяларын отставкаға ебәреүгә арналды. “НЕЗЫГАРЬ” (305 мең яҙылыусы) илдең сәйәси каналында Рәсәй Президенты ҡатнашлығында Стратегик инициативалар агентлығының попечителдәр советы ултырышы тураһында пост урынлаштырылды. Авторҙар яҙыуынса, федераль сарала Владимир Путинды федерацияның йәшәү сифаты буйынса иң яҡшы егерме субъекты менән таныштырҙылар, унда Башҡортостан да инә. “Репортер Рудеко V” (240 мең яҙылыусы) – ВГТРК репортеры һәм хәрби хәбәрсе Андрей Руденконың автор каналында Өфө эшҡыуарҙары тарафынан илдә тәүгеләрҙән булып асылған коптер двигателдәрен етештереү тураһында яҙма тәҡдим ителде. Был юҫыҡта импортты алмаштырыуҙың илебеҙ өсөн мөһимлеге һәм махсус техниканың МХО ихтыяжы өсөн роле тураһында һөйләү артыҡ. “16 негритят” (85 мең яҙылыусы) – төбәк сәйәсәте тураһында төп канал, Һуңғы ҡыңғырау темаһы буйынса иң ҡыҙыҡлы пост ҡалдырған иң яҡшы 10 губернатор исемлеген булдырған. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ингән, ул бейеп йөрөгән сығарылыш класс уҡыусылары видеоһын һалды һәм балаларға уңыштар теләне. “Башкирский гамбит” каналы шулай уҡ фейк яңылыҡтар менән көрәшеүгә йүнәлтелгән. Улар ҙа һайлау темаһы һәм, имеш, Радий Хәбировтың вазифаһын ҡалдыра тигән яңылыҡҡа иғтибар иткән, “булмай” тигән Мәсетле һабантуйына баһа биргән һәм башҡа яңылыҡтарҙы яҡтыртҡан. Шулай уҡ ҡыҙыҡһынһағыҙ, “Уфимский визионер” - https://t.me/nonhistory каналын ҡарарға була. Ә башҡорт телендә уҡығандар өсөн “Ханзаман” – https://t.me/bashkhanzaman телеграм-каналы, видеояҙмалар ҡарарға һәм хәлдәргә анализ бирергә яратыусылар өсөн: https://www.youtube.com/@valitovTV каналы ҡыҙыҡлы буласаҡ.