Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кастор майы менән сода күп сирҙе еңә

Сәс ҡойолғанда биш минут сәс төптәренә ипләп кенә һөртөргә. Тырнаҡта бәшмәк булһа, бер ҡалаҡ кастор майын һәм бер ҡалаҡ соданы ҡушып, сирле урынға һөртөргә. Уны ярты сәғәт тотҡас, йыуып, тирене ҡороторға кәрәк. Быуындар һыҙлағанда ла шулай уҡ эшләп ҡулланырға була. Ҡул тиреһен йәшәртеү өсөн дә файҙаланалар. Бер ҡалаҡ кастор майын бер ҡалаҡ сода менән яҡшылап бутағас, өс минуттай тирегә ипләп кенә ышҡырға һәм йылы һыу менән йыуып төшөрөргә. Табанды ҡатыу алһа ла ошондай шифалы май әҙерләп ҡулланыу ыңғай һөҙөмтә бирә. Муйын тиреһен сафландырыу өсөн шул уҡ составта май эшләп, өс ай буйы ҡулланырға була. Тиреләге пигментлы таптарҙы шулай бөтөрөргә мөмкин: йоҡларға ятырҙан алда майҙы һөртөп, 20 минуттан йыуып ҡуйырға. Себен-серәкәй тешләп ҡыҙарған тирегә һөрткәндә, ул ҡысыуҙы һәм ауыртыуҙы баҫыр. Сөйәлдән ҡотолоу өсөн уның өҫтөнә ошо майҙы ябып, иртәнгә тиклем тоторға. Ярҙам итә тиҙәр. Арҡа, бил ауыртһа, талғын хәрәкәттәр менән ошо ҡатнашмалы майҙы һылау хәлде бермә-бер яҡшырта. Был яҙма таныштырыу, мәғлүмәт биреү маҡсатында баҫыла. Табип менән мотлаҡ кәңәшләшергә.