Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кәнфиттәрең ары торһон, ти ҡорот оҫтаһы

Ишембай яҡтарына эш сәфәренә сыҡҡанда һөт ризыҡтары эшләү оҫтаһы Фәйрүзә Арыҫланғәлинаның төрлө ысулдар менән яһалған ҡороттарын тәмләп ҡарау форсаты тейҙе. Емеш-еләк ҡушып яһалғанының рецебын Фәйрүзә ханым “Башҡортостан” гәзите уҡыусылары менән дә уртаҡлашты: - Сөсө ҡоротто эшләү өсөн ике көн тирәһе ойоған ҡатыҡты ҡайнатам. Һыуын һарҡытҡас, ниндәй емеш-еләк оҡшай шуны ҡушып ебәрәм. Мин үҙем ҡарағатты ла, ҡурай еләген дә ҡушам. Яңы йыйылғанын да, туңдырылғанын да тотонһаң була. Әҙ генә ҡайнатып эшләнгән ҡарағат ҡайнатмаһы менән дә бик тәмле килеп сыға. Шулай итеп, самаһы менән еләк-емеште ҡушаһың да тәменсә шәкәр, ҡаймаҡ өҫтәп матурлап баҫаһың, сәйгә бик тәмле ризыҡ! Кәнфиттәрең ары торһон, - тип Ишембай уңғаны. Автор фотоһы.