Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һигеҙ бала фатирлы булды

Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға тантаналы шарттарҙа фатир асҡыстары тапшырылды. Күмертау һәм Салауат ҡалаларындағы фатирҙарҙы һигеҙ бала алды. –2024 йыл аҙағына тиклем 750 етем баланы фатир менән тәьмин итеү бурысы тора. Был маҡсатҡа федераль һәм республика бюджеттарынан 2,6 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән, - тип билдәләне Башҡортостан төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. Фатирҙар йәшәү өсөн тулыһынса әҙер, санитар һәм техник нормаларға ярашлы. – Балаларҙы тормоштарындағы мөһим һәм күңелле ваҡиға менән ҡотлап, уларға ҙур уңыштар теләнек. Быйыл тағы бер фатир алыу планлаштырыла, – тине район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов. 2023 йылдан алып Башҡортостанда етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса йыйылған бурысты планлы рәүештә хәл итеү программаһы эшләй. 2030 йылға биш мең тирәһе кешене торлаҡ менән тәьмин итеү ҡаралған. Фото: Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.