Исламда ҡыҙ баланы тәрбиәләү тураһында ниҙәр әйтелә? Уны тәү сиратта өй эштәренә өйрәтергә ҡушыла. Шул уҡ ваҡытта ҡыҙҙарҙы, дини китаптарҙа әйтелгәнсә, “бик шәпһең”, “яҡшы эшләгәнһең”, “тағы ла тырышыңҡыраһаң...” кеүек һүҙҙәр менән маҡтау дөрөҫ түгел. Бындай хуплауҙан һуң ҡыҙ баланың холҡо малайҙыҡына тартым була башлай. Маҡталыу өсөн ул фәҡәт уңышҡа өлгәшеүҙе маҡсат итеп ҡуясаҡ. Ә был ҡыҙ кеше өсөн кәрәкме? Асылынан тайпылған әҙәм балаһы бәхетле буламы? Дөрөҫ тәрбиә алмаған ҡыҙҙарҙың күбеһе артабан тик хеҙмәт ҡаҙаныштарына, карьераға ынтылыусанға әүерелә. Шуларҙан башҡа бер нәмә лә күрмәй. Ваҡыт үтеү менән ундайҙар дөрөҫ юлдан бармағанын, яңылышҡанын, бәләкәйҙән һөйөүгә мохтажлығын аңлай. Ҡыҙ кеше өсөн иң мөһиме – үҙен яратыуҙарын тойоу. Шуға ла уға наҙлы һүҙҙәрҙе йәлләмәҫкә кәрәк. Дини китаптарҙа ҡушылғанса, “һин – минең хазинам, Аллаһ биргән оло бүләкһең”, “тормошомдо биҙәүсе, йәмләүсеһең”, “мин һине шул ҡәҙәр яратам” тип әйтеп тороу ҡыҙҙарҙың күңелен үҫтерер, уларға үҙен яратыл