Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Журнал "Шонкар"  

"Һәр баламдың уңышына ҡыуанып йәшәйем"

— Күп балалы ғаиләлә үҫкәнгәме икән, һәр ваҡыт, минең кәмендә биш балам буласаҡ, тип уйлай торғайным, — ти Әлфиә Нуриман ҡыҙы.
Кирбестән һалынған гөрләп торған йортта теттереп донъя көтөп ятҡан ҡара ҡашлы, ҡара күҙле йәш кенә һылыу ҡатын эш араһында әле теге бәләкәсенә, әле быныһына иғтибарын бүлергә өлгөрә. Олораҡтары менән ололарса аралашып ала. Уның ипле итеп, яй ғына һөйләшеүенә ҡарағанда, был йортта бөтөнләй башҡа кеше йәшәй, тип уйларһың. Шулай булмайса, анауындай хужалыҡты алып барыр өсөн яндырай, өтөк булырға кәрәктер бит?
Ғафури районының Бурлы ауылында йәшәүсе Әлфиә менән Азат Сәлимйәновтар биш бала тәрбиәләй. Ун дүрт йәшлек оло улдары Рияз Рәсәй Геройы Ф. Яҡупов исемендәге Бурлы урта мәктәбенең 8-се класында уҡып йөрөй. Әсәһе кеүек яттан шиғырҙар һөйләргә ярата. Һүрәт төшөрә. Икенсе улдары Ризуан ун өс йәштә, 7-се класта уҡый. Был шаян малай ҙа һүрәт төшөрөү менән мауыға. Ҡыҙҙары-алтындары Розалия 2-се класта белем ала. Уның да шөғөлдәре күп.
– Улдарыбыҙ ҙа, ҡыҙыбыҙ

— Күп балалы ғаиләлә үҫкәнгәме икән, һәр ваҡыт, минең кәмендә биш балам буласаҡ, тип уйлай торғайным, — ти Әлфиә Нуриман ҡыҙы.
Кирбестән һалынған гөрләп торған йортта теттереп донъя көтөп ятҡан ҡара ҡашлы, ҡара күҙле йәш кенә һылыу ҡатын эш араһында әле теге бәләкәсенә, әле быныһына иғтибарын бүлергә өлгөрә. Олораҡтары менән ололарса аралашып ала. Уның ипле итеп, яй ғына һөйләшеүенә ҡарағанда, был йортта бөтөнләй башҡа кеше йәшәй, тип уйларһың. Шулай булмайса, анауындай хужалыҡты алып барыр өсөн яндырай, өтөк булырға кәрәктер бит?

Ғафури районының Бурлы ауылында йәшәүсе Әлфиә менән Азат Сәлимйәновтар биш бала тәрбиәләй. Ун дүрт йәшлек оло улдары Рияз Рәсәй Геройы Ф. Яҡупов исемендәге Бурлы урта мәктәбенең 8-се класында уҡып йөрөй. Әсәһе кеүек яттан шиғырҙар һөйләргә ярата. Һүрәт төшөрә. Икенсе улдары Ризуан ун өс йәштә, 7-се класта уҡый. Был шаян малай ҙа һүрәт төшөрөү менән мауыға. Ҡыҙҙары-алтындары Розалия 2-се класта белем ала. Уның да шөғөлдәре күп.
– Улдарыбыҙ ҙа, ҡыҙыбыҙ ҙа спорт менән дуҫтар. Мөмкин булһа, көн дә дәрестәр теҙмәһенә физкультура ҡуйҙырырҙар, волейбол ғына уйнарҙар ине, – тип йылмая бәхетле әсә. – Реналебеҙ өс йәштә, иң шуғы, иң шаяны, иң тиктормаҫы, балалар баҡсаһына йөрөй. Яңы йылға бер шиғыр ятлағайны, шуны ғына һөйләй. Кинйәбеҙ – Рәшит. Ҡайнымдың хөрмәтенә уның исемен ҡуштыҡ, рухы шат булып ятһын. Рәшитебеҙгә йәш тә алты ай ғына әле, Аллаһ бирһә, Реналь ағаһынан ҡалышмай, шундай уҡ шуҡ, шаян, көслө малай булмаҡсы.
Әлфиә – ошо райондың ауылында алты балалы Рәмилә һәм Нуриман Кинйәбаевтарҙың ғаиләһендәге иң тәүге бала. Яҙҙың тәүге айы менән донъяға ауаз һалғанғамы, Әлфиә яҙҙы үҙенең яңы йылы итеп ҡабул итә. Тәбиғәттең матур төбәгендә тыуып үҫкән ҡыҙ бәләкәйҙән донъяға, матурлыҡҡа, ижадҡа ғашиҡ. Ауылда балалар баҡсаһы булмағанлыҡтан, әсәһе эштә саҡта, өләсәһе эргәһендә йөрөй. Уның тураһында йөрәк түрендә йылы хәтирәләр һаҡлай Әлфиә:
– Биш айҙан ҡарашып үҫтергән Мәнзүмә өләсәйем генә минең артислыҡ һәләтемә ышанғандыр инде. Балитәкле күлдәк, тәңкәле камзул, маңлайса тектереп алып, “Бишбармаҡ” бейеүен өйрәтеп, өс йәшемдә ниндәйҙер байрамда ауыл сәхнәһенә сығарҙы, – ти ул. – Шул ваҡыттан сәнғәткә һөйөү башланғандыр. Мәктәп йылдарында төрлө концерттарҙа, байрамдарҙа әүҙем ҡатнаштым. Һинд бейеүҙәрен дә бейергә тырыша торған инем. Өләсәйемдең теләген, хыялымды тормошҡа ашырырға аҙым яһамағаныма үкенәм, бер кемдең һүҙенә ҡарамай, сәнғәт училищеһына барып, исмаһам, имтихан тапшырып ҡараманым... Ә уҡытыусы һөнәрен уҡытыусылар династияһында үҫкәнгә һайлағанмындыр. Олатайым, өләсәйем, инәйем (әсәйем), ике яҡлап та апайҙарым уҡытыусылар булғанға... Мәктәптә ул ваҡытта һөнәр һайларға ярҙам итеү эше бик һүлпән булғандыр ул, мин шулай уйлайым. Ә былай бөтөнләй икенсе өлкәне һайларға теләй инем. Тик рөхсәт итмәнеләр, ҡеүәтләмәнеләр...
Сәйетбаба урта мәктәбенең 9 класын тамамлағандан һуң, Әлфиә Стәрлетамаҡ педагогия колледжында социаль педагог һөнәрен алып сыға. Бер йыл Йөҙимән урта мәктәбендә уҡытҡас, Стәрлетамаҡ педагогия институтына ситтән тороп уҡырға инә.
Хеҙмәт кешене түгел, ә кеше хеҙмәтте биҙәргә тейеш, тиҙәр. Әлфиә Нуриман ҡыҙы ла уҡытыусы һөнәрен үҙ итеп, яратып өлгөрә. Уҡытыусыға ла артислыҡ һәләте кәрәк бит. Әле лә хеҙмәт юлын дауам итеүсе әсәһе-коллегаһына ла кәрәк саҡта ярҙам ҡулын һуҙып тора. Һөнәренә генә түгел, үҙ милләтенә ҡағылышлы ҡайһы бер мәсьәләләр ҙә ныҡ борсой уны. Мәҫәлән, йәштәрҙең телебеҙгә сит телгә ҡараған һымаҡ ҡарауҙары, белмәү генә түгел, белергә теләмәүҙәре, мәктәптәрҙә башҡорт теленең ныҡ ҡыҫҡартылыуы әсендерә, йәш уҡытыусыларҙың мәктәптәргә барырға теләмәүҙәре хафаға һала белгесте.
Бөгөнгө көндә Әлфиә кинйәкәйе менән декрет ялында. Өйҙә балалар менән мәж килә.
Кәртә-ҡура тултырып мал-тыуар аҫрайҙар. Һөнәре буйынса электромонтёр булған Азат Себер тарафтарында эшләп йөрөй. Шуға күрә донъя йөгө күп ваҡыт хужабикә иңенә төшә. Әйткәндәй, әңгәмә ваҡытында ла ул бөгөн генә быҙаулаған һыйырының ыуыҙ һөтөнән ҡоймаҡ ҡойоу менән мәшғүл булды. Ярай әле, эшкә тилбер балалары. Ололары бөтөнләй ҡул араһына инеп бөткән инде: бесәнен дә әҙерләшәләр, утынын да ярып өйөп ҡуялар, аш-һыуға ла оҫталар. Риязы, ныҡлы таяныс булып, ир ҡорона кереп бара, уға алмашҡа Ризуан да әҙер. Ҡыш урам тирәһен ҡарҙан таҙартыу, йәйен баҡсаны тәртиптә тотоу, һыу һибеү кеүек бурыстар атҡаралар. Розалия аш-һыу тирәһендә әсәһенә ярҙамсы булып үҫеп килә. Өйҙө таҙа тотоу, йыйыштырыу, гөлдәрҙе тәрбиәләү берҙән-бер ҡыҙҙың елкәһендә. Ә бәләкәстәр әлегә апай-ағайҙарҙың ышығында бер уйһыҙ уйнай бирәләр. Ғаилә менән күмәкләп ял итергә лә ваҡыт табалар, тәбиғәткә сығырға яраталар, каникул ваҡыттарында ҡалаға уҡыусылар өсөн уҙғарылған төрлө сараларға йөрөйҙәр. Эргәләрендә генә ауыл катогын булдырыу балалар өсөн ҙур шатлыҡ: киске фонарҙар яҡтыһында күмәкләп сығып шыуалар.
   Йәй булһа, ихата, баҡса, ишек алдары гөл-сәскә менән тула, ишелеп йәшелсә-емеш үҫә. Ҡурала мал-тыуар өзләй, ҡош-ҡорт сырҡылдаша. Әлфиә тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эш араһында, буш ваҡыт табып, үҙенең ҡасандыр дәртләнеп башлаған блогын алып барырға тырыша. Әлеге ваҡытта жанр төрө кеүек йөрөгән бәләкәй генә видеороликтар – вайндар төшөрөү менән дә мауыға. Интернет селтәрендә үҙ аудиторияһын да булдырған. Татарстан ҡыҙҙарының йәш блогерҙарҙы үҫтереү, танытыу маҡсаты менән ойошторған баттлдарында ла ҡатнашҡан.
– “Комфорт зонаһынан сығам” тип аталған баттл үҙеңде камера алдында тотоу, ҡыйыу булыу, ҡаушауҙы еңеү, иркен аралашыу, һөйләү кеүек нәмәләргә өйрәтте. Унда башҡа һыймаҫлыҡ эштәр ҡушыла торған ине. Мәҫәлән, 35 градус эҫелә ҡышҡы тун, бүрек, быйма-бейәләйҙәр кейеп ауыл урамы, магазиндар буйлап китеп бар әле! Ауыл халҡына башта шок булды, шикелле, һуңынан белгәс, йылмайып ҡына ҡалалар ине. Бер килке башҡорт, татар ҡатын-ҡыҙҙары өсөн гимнастика, файҙалы аҙыҡтар ҡулланыу буйынса интернет-марафондар ҙа үткәреп алдым. Хәҙер уныһына өлгөрә алмайым, – ти.
Мәҙәни сараларҙан да тороп ҡалмаҫҡа тырыша, Өфөгә спектакль премьераларына, концерттарға йөрөйҙәр. Шул уҡ ваҡытта төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға ла ваҡыт таба Әлфиә.
Күпләп гәзит-журналдар ҙа алдыралар. Бөгөн был, бигерәк тә йәш ғаиләләр араһында, һирәк күренештер.
– Интернеттағы гәзит материалдарын уҡырға яратмайым. “Тере” килеш тотоп, еҫкәп уҡымаһам, күңелем булмай, – ти хужабикә.
Төрлө авторҙарҙың шиғырҙарын уҡырға яратыусы хисле, рухлы, ижади күңелле, тиктормаҫ әсә сәхнәлә лә шиғырҙар менән сығыш яһай. Шул уҡ ваҡытта мәктәп, ауыл, район кимәлендәге йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Мәктәптең дөйөм ата-әсәләр комитеты етәксеһе эшен алып бара.
– Ҡыҫҡаһы, эш етерлек, күңелһеҙләнергә ваҡыт юҡ, – тип йылмая Әлфиә.

Гөлсәсәк МӨХӘММӘТОВА.
ғафури районы.