Фестиваль шартлы ике өлөшкә бүленде. Тәүгеһе – “Тел лабораторияһы” – оҫталыҡ дәрестәре, белем биреү һәм күңел асыу саралары, уйындар менән байтаҡ майҙансыҡтарҙы үҙ эсенә алды. Һәр майҙансыҡтың маҡсаты – башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү, уны тормошта ҡулланыу мөмкинлектәрен күрһәтеү. Музыкаль һәм шиғри баттлдар зонаһын Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Шәһит Хамматов һәм уның ҡыҙы Ҡәҙриә алып барҙы. Ул “Тамыр” балалар йыр ансамбле ҡатнашыусыларының концерт номерҙары менән асылды. Бында кескәйҙәр ҙур теләк менән “Тирмәкәй”, “Йомарт” урам театрҙарының сығышын, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры спектаклен ҡараны. “Ғаилә” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең дәртле хореографик постановкаһы кескәй тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Улар күк трактор тураһында “Арбала” йырының башҡортса вариантына ҡушылып башҡарҙы. Билдәләнгән ваҡытта бард йырҙарын башҡарыусылар сәхнәгә сыҡты. Уларҙан һуң фестивалгә килгән балалар башҡорт телендә шиғырҙар уҡыны. Һәр береһе ойоштороусыларҙан дәртләнде