Әлеге ваҡытта баш ҡалабыҙҙа “Ватан” паркында һәм Салауат Юлаев майҙанында ил кимәлендәге ҙур сара – VK Fest бара. Быйыл ул Рәсәйҙә унынсы тапҡыр ойошторола һәм беренсе булып фестивалде Өфө асты. Беҙгә илебеҙ йондоҙҙары – “Звери” һәм Cream Soda төркөмдәре, шулай уҡ Хаски, Ramil’, Клава Кока, Ольга Бузова һәм Юля Паршута килде. Ҙур концерттан тыш фестивалдә халыҡ өсөн бик күп әүҙемлек майҙандары ойошторолдо. Кешеләрҙе иң ҡыҙыҡһындырған урын – спорт әүҙемлектәре ине. Бер мөйөштә “Салауат Юлаев” хоккей клубы үҙенең фанаттарын йыйҙы. Бында үҙеңдең яратҡан спортсыларың менән осрашыу мөмкинлеге булды. Команданың билдәле уйынсыһы Алексей Василевский автографтар таратты һәм кешеләр менән аралашты, фотоға төштө, оҫталыҡ дәресе бирҙе. Иң ҡыҙығы – клуб фестивалгә боҙ аренаһының бәләкәсәйтелгән күсермәһен килтерҙе. Яһалма боҙҙа ҡап ҡуйылды, һәр теләгән кеше унда шайба ырғыта алды. Кем дә кем бер юлы өс шайбаны сәпкә тейҙерә – уға бүләктәр бирелде. Фанаттар иҫтәлеккә шайба, хоккей клубы символикаһы