1 июндә Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 13 муниципалилеттың ауыл һәм ҡала биләмәһе башлыҡтары менән төбәк семинар кәңәшмәһен уҙғарҙы. Улар - Баймаҡ, Баҡалы, Балтас, Белорет, Бөрө, Бүздәк, Дәүләкән, Дыуан, Йәрмәкәй, Иглин, Күгәрсен, Миәкә, Федоровка райондары вәкилдәре. Семинар Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркы майҙансығында үтте. Унда биләмәләрҙең социаль-иҡтисади үҫешенә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды. Семинарҙа сығыш яһап төбәк етәксеһе ауыл хакимиәте башлыҡтарына хеҙмәттәре өсөн рәхмәтен бедерҙе. - Сентябрҙә үткәрелгән һайлауҙар һөҙөмтәһендә беҙҙең корпуста яңы кешеләр барлыҡҡа килде. Беҙҙең арала 8-10 йыл эшләгән башлыҡтар ҙа бар. Шуныһы ҡыуандыра, беҙҙә тотороҡлолоҡ һаҡлана. Һеҙгә хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, - тине Радий Хәбиров. Үткән осрашыуҙарҙа байтаҡ тәҡдимдәр яңғырағайны. Улар нигеҙендә 68 эш исемлеге булдырылды. Уларҙың 53-ө контролдән алынды. Шул иҫәптән 30 башланғыс тормошҡа ашырылды. 15-е әлегә эш өҫтөндә. Был насар күрһәткес түгел. Мин тәртип яратам. Әгәр беҙ нимәлер тураһында килешәбеҙ икән, ул мотлаҡ үтәлергә тейеш. Мәҫәлән, “Яҡты урам” республика программаһын артабан тормошҡа ашырыу өсөн ауылдарҙа яҡтыртыу системаһын яҡшыртыу буйынса сараларҙы финанслауға урындағы бюджетҡа субсидия биреү тәртибе ҡаралғайны. Былтыр был эштәрҙе финанслау 200 миллион һумдан 300 миллионға етте. “Айыҡ ауыл” республика конкурсында призлы урындар һаны артты. 2024 йылдан алып еңеү яуламаған ҡатнашыусылар ҙа 200 мең һум аҡса ала. Был ауыл биләмәһен төҙөкләндереүгә йүнәлтелә. Башҡортостан Башлығы урындағы үҙидара органдары алдында торған төп маҡсаттарҙы ла билдәләне. -Тәүге сиратта был махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, иҡтисад һәм социаль өлкәнең тотороҡло үҫешен тәьмин итеү. Күптән түгел үткәрелгән дәүләт советы комиссиялары ултырышында ил Президенты Владимир Путин бик дөрөҫ фекер әйтте. “Ниндәй ваҡытта йәшәүебеҙҙе һәм Рәсәйҙең ниндәй тарихи этап аша үтеүен барыбыҙ ҙа аңларға тейеш”, тине ул. Шуға ла махсус хәрби опрацияға ярҙам итеү – беҙең дөйөм бурысыбыҙ, - тине Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.