Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тәүге каникулы һуңғыһы булды...

Майҙың һуңғы көндәрендә республикала бала үлеменә бәйле фажиғәле хәл теркәлде. Мәләүездә ете йәшлек ҡыҙ бала велосипедта машина аҫтында ҡалып һәләк булды. Уны 27 йәшлек “Лада Приора” автомобиле водителе тапатҡан. Баланы тиҙ арала дауаханаға алып барһалар ҙа, ҡотҡара алмайҙар, ул аңына килмәй вафат булған. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, авария кис менән ҡаланың Техник урамындағы ихаталарҙың береһендә була. Ҡыҙыҡай велосипедта йөрөгән саҡта артҡа биргән автомобиль уны тапата. Авария ике йорт араһында булған: водитель баланы күрмәгән. Тапатҡандан һуң ул машинаһынан сыҡҡан, был ваҡытта автомобиль шыуып китә һәм ҡыҙыҡайҙы үҙе артынан һөйрәй. “Ашығыс ярҙам” табиптары бик тиҙ килеп етеүгә ҡарамаҫтан, баланың йәрәхәттәре ауыр була һәм ул реанимацияла йән бирә. Әйткәндәй, авария ваҡытында водитель айныҡ булған. Уның Баҡалы районы кешеһе булыуы билдәле. Аварияла кемдең ғәйепле булыуын махсус хеҙмәттәр һәм суд асыҡлаясаҡ. “Бер ни тиклем ваҡыт ҡыҙыҡай тере ине. Шунда уҡ әсәһе йүгереп килде һәм янында ултырып илай башланы. Быға ҡарауы бик ауыр ине”, – тигән фажиғәне күргән кеше. Һәләк булған бала тураһында “КП-Өфө” баҫмаһы асыҡлаған. Күршеләре һәм таныштары уны изге күңелле, тиктормаҫ, шаян ине тип хәтерләй. Ул быйыл беренсе класты тамамлаған. Бер аҙна элек уның тәүге оҙайлы йәйге каникулдары башланған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ялдар ҡыҙ өсөн һуңғыһы ла булып сыҡҡан. Ошо уҡ баҫма хәбәр итеүенсә, баланың әсәһе тураһында күршеләр төрлөсә һөйләгән. Берәүҙәр, ғәҙәти ҡатын тигән. Икенселәре, ғаилә бик имен булмаған тигән фекер әйткән. Имеш, уның өлкән ҡыҙы бар, һәм әле ул өләсәһе менән йәшәй. Күршеләре әйтеүенсә, ҡыҙыҡай бер осор балалар учреждениеһында йәшәгән, ә әсәһе уға ҡарата хоҡуҡтарынан мәхрүм ителгән. Нисек кенә булмаһын, балаһын юғалтыу һәр әсә өсөн оло фажиғә һәм ҡайғы. Беҙ уның ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Шулай уҡ барлыҡ Мәләүез ҡалаһы кешеләре был хәлде ауыр кисерә. Күптәр авария урынына шәмдәр һәм балалар уйынсыҡтары килтергән. Социаль селтәрҙәрҙә ҡайғы уртаҡлашыусылар ҙа бихисап. Ата-әсәләр! Балаларҙың йәйге ялы башланды. Был осорҙа уларҙың күпселеге тышта уйнай, велосипедта йөрөргә ярата. Балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, уларға даими рәүештә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында өйрәтегеҙ. Фото: КП-Өфө.