Найти тему
Башҡортостан гәзите

Булат Пирғәлин балаларға бүләк әҙерләгән

Бер байрамды ла иғтибарһыҙ ҡалдырмайынса, халыҡты ҡыҙыҡлы видеояҙмалары, күңелле йырҙары менән ҡыуандырып торған Учалы таланты Булат Пирғәлин 1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнап матур клип төшөргән. "Дуҫтар! Йәйҙең тәүге көнөндә беҙ Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн билдәләйбеҙ. Ҡәҙерле балалар, хөрмәтле ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр! Һеҙгә бәхетле оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек, имен көндәр, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ! Ер йөҙөндә һәр бәпес ата-әсәле, бәхетле булһын, тыныслыҡта йәшәһен! Байрам көнөндә һеҙгә үҙебеҙ әҙерләгән видеояҙма бәләкәй генә күстәнәс булһын. Байрам менән!" менән тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә. Учалы музыкантының ихлас теләктәренә беҙ ҙә ҡушылабыҙ һәм балаларыбыҙ һәр саҡ яҡлаулы, һаҡлаулы булһын, тыныс аяҡ күк аҫтында үҫһен, илебеҙ өсөн лайыҡлы шәхестәр булып тәрбиәләнһен, тигән изге теләктә ҡалабыҙ. Фото: видеояҙманан скриншот. Сығанаҡ: Булат Пирғәлиндең шәхси сәхифәһенән.