Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Ватан һаҡсылары” фонды филиалына - бер йыл

Фондтың филиалы асылғандан алып 45 меңдән ашыу һорау килгән. Уларҙың күптәре ярҙамдың төрлө саралары тураһында – документтарҙы рәсмиләштереү, хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын йәки хәрби хәрәкәттәр инвалиды статусына эйә булыу, медицина реабилитацияһы, психологик-психотерапевт ярҙамы алыу, протезлауҙа булышлыҡ итеү, көнкүреш мәсьәләрендә ярҙам итеү. “Ватан һаҡсылары” фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина йыл дауамында фонд командаһы тарафынан ниндәй мәсьәләләр хәл ителеүен билдәләне. -Был йыл “Ватан һаҡсылары” дәүләт фондында эшләүселәр һәм махсус хәрби операция ҡатнашыусылары, ветерандары өсөн үҙенсәлекле булды. Сағыштырмаса аҙ ваҡыт эсендә күп нәмә эшләнде. Башҡортостанда 97 социаль координаторҙар эшләй. Бер йыл эсендә беҙ берҙәм командаға ойоштоҡ. Һорауҙар бик күп килә. Даими рәүештә үҙебеҙ ҙә халыҡ менән осрашыуҙарға сығабыҙ, граждандарҙы ҡабул итеү ойошторабыҙ. Медицина ярҙамы күрһәтеү, яугирҙәрҙе реабилитациялау мәсьәләләре хәл ителә, инвалидлығы булған ветерандар өсөн торлаҡты яраҡлаштырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Ҡабаттан уҡытыуҙа, хеҙмәткә урынлаштырыуҙа ла ярҙам күрһәтелә. Юридик ярҙам да мөһим йүнәлеш булып тора. Фонд филалы республика министрлыҡтары һәм ведомстволары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Тәүге көндән алып Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Башҡортостан Хөкүмәте ҙур ярҙам күрһәтә, - тине Гөлнур Ҡолһарина. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин былтыр 3 апрелдә “Ватан һаҡсылары” тигән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам дәүләт фондын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Фондтың филиалдары илдең бөтә төбәктәрендә 30 һәм 31 майҙа асылып, 1 июндә эш башланы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының филиалдары эшләй башлауға бер йыл тулыуға бәйле яҙмаһы менән уртаҡлашты. -Филиал былтыр 1 июндә үҙ ишектәрен асты. Бында 97 социаль координатор хеҙмәт итә, уларҙың һаны башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда күберәк. Улар араһында махсус хәрби операция ветерандары, һәләк булған геройҙарҙың әсәйҙәре, ҡатындары бар. Юғалтыу ни тиклем ауыр булыуға ҡарамаҫтан, улар башҡаларға ярҙам итеүгә көс таба алды. Барыһы ла улар яугирҙәребеҙ проблемаларына битараф булмаған кешеләр. Көн һайын улар мөһим һорауҙар тикшерә – ғаиләләргә психологик ярҙамдан алып һуғыш хәрәкәттәре ветерандарына медицина реабилитацияһына тиклем. “Ватан һаҡсылары” фондының Башҡортостандағы филиалы белгестәренә һәм социаль координаторҙарға ысын күңелдән рәхмәт белдерәм, - тиелә яҙмала. Фото: Башҡортостан Башлығының социаль селтәренән.