САЛАУАТ ЮЛАЕВТЫҢ ТӘҮГЕ ҺӘЙКӘЛЕ Баш ҡалабыҙ Өфөлә мәғрүр Ағиҙел ярында халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, ҡаһарман батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәле бына ярты быуаттан ашыу ғорур баҫып тора. Милли батырыбыҙға был һәйкәл 1967 йылда асылған. Шунан бирле ул Өфө ҡалаһының ғына түгел, бөтә Башҡортостандың ғорурлығы, символына әүерелгән. Беҙ инде ошо мөһабәт батыр һынына күптән өйрәнеп тә бөткәнбеҙ һәм уны Салауат Юлаевтың беренсе һәйкәле кеүек ҡабул итәбеҙ. Баҡтиһәң, милли батырыбыҙға һәйкәл булдырыу тарихы скульпторҙар Сосланбәк Тавасиев һәм Тамара Нечаеваның ижады менән генә бәйле түгел икән. Салауат батыр образын булдырыу идеяһы күпкә иртәрәк замандарға ҡайтып ҡала. Башҡортостан автономияһы ойошторолғас та уҡ республика етәкселәре Салауат Юлаевтың образын һәйкәлдә мәңгеләштереү идеяһы менән янып йөрөйҙәр. 20-се йылдар башында Башҡортостандың мәғариф халыҡ комиссариаты Исидор Фрих-Хар исемле билдәле совет скульпторына милли батырыбыҙҙың һынын эшләргә заказ бирә. Был ваҡытта башҡорт скульпторҙары ә