Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һауаның таҙалығын үҙебеҙ һаҡлайбыҙ

“Экология” милли проектына ярашлы (национальный проект “Экология”) Бөтә Рәсәй “Таҙа һауаны һайлайыҡ” акцияһына Башҡортостан да ҡушылды. Был турала төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хәбәр итә. Стәрлетамаҡ ҡалаһы республиканың велохәрәкәт үҙәгенә әүерелде. Ҡаланың биш меңгә яҡын кешеһе һәм ҡунаҡтар Мең велосипедсы көнөндә ҡатнашып, “Таҙа һауа һайлайым” акцияһына ҡушылды. Шулай уҡ сара барышында ижади коллективтар һәм башҡарыусылар ҙа сығыш яһаны. -Ҡаланан биш меңгә яҡын кеше Бөтә Рәсәй “Таҙа һауаны һайлайым” акцияһына ҡушылып, спорт һәм һаулыҡ мөхитен булдырҙы, тирә-яҡ тураһында хәстәрлек күрҙе. Ошондай саралар барышында транспорттың экология төрҙәренә яйлап күсеү нигеҙе һалына. Был иһә һаулыҡ һәм тирә-яҡ мөхит өсөн файҙалы, - тине республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Антон Гладышев. “Экология” милли проекты ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен кәметеүгә йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.