Өфө блогеры Индира һәм Рөстәм Нәбиевтәр ғаиләһен Андрей Малахов алып барған “Песни от всей души” тапшырыуына ҡунаҡ итеп саҡырғандар. Рөстәм был юлы тапшырыуға үҙҙәренең яҙмышы тураһында һөйләргә түгел, ә йырларға барған. “Элек Нәбиевтәр ғаиләһе федераль телеканалдарға интервью бирә ине, хәҙер йырлай. Беҙ бөгөн Андрей Малаховтың тапшырыуында ҡатнаштыҡ. Бик күңелгә үтерлек тапшырыу булды. Барыһы ла иланы... Мин ҡасан булһа ла был тапшырыуҙа ҡатнашасағымды белә инем. Ваҡыт ҡына кәрәк булды. Һәм беҙ бында! Эфир бер нисә аҙнанан сығасаҡ, хәбәр итербеҙ”, - тип яҙған Рөстәм үҙе был хаҡта. Атайҙары тураһында сюжетты ҡарағанда, Нәбиевтәрҙең ҡыҙҙары Әминә менән Софияның да күңеле тулған. Илап ултырған Әминәне Андрей Малахов үҙе күтәреп алып сыҡҡан. Фото һәм сығанаҡ: “Интертат”.
Рөстәм Нәбиев ғаиләһе Андрей Малахов тапшырыуында йырлаған
1 июня 20241 июн 2024
~1 мин