“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) ярашлы, Иглин районында Өфө-Охлебинин юлы ремонтлана. Ремонт Ҡарамалы һәм Резвово араһындағы биш километр оҙонлоғондағы участкала эшләнә. Әлеге көндә фрезерлау, тигеҙләү эштәре башҡарылған, тиҙҙән юлсылар асфаль түшәүгә һәм разметкалар һалыуға тотонасаҡ. Эштәрҙең хаҡы 76 миллион һум тәшкил итә. Ремонтты быйыл 3-сө кварталда тамамлау ниәтләнә. - “Өфө-Охлебинин” юлы – Башҡортостандың туристик йүнәлешендәге юлдарҙың береһе. Уның буйынса Охлебинин мәмерйәһенә тиклем барырға мөмкин. Шулай уҡ юл күп кенә ауылдарҙы Өфө менән бәйләй. Әйткәндәй, был ауылдарҙа һуңғы йылдарҙа торлаҡ төҙөлөшө әүҙем үҫешә, - ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына тотош ил йәлеп ителгән тиерлек. Унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша. Был саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.