Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һеңлеһен маньяктан ҡотҡарған

Балаларҙы яҡлау көнө алдынан эске эштәр министры Владимир Колокольцев енәйәтселәрҙе тотоуҙа һәм тәртип боҙоуҙарға юл ҡуймауҙа ҡыйыулыҡ күрһәткән бер төркөм йәш быуын вәкилдәрен тантаналы шарттарҙа наградланы. Ул йәш геройҙарға актив тормош позицияһы өсөн рәхмәт белдерҙе. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, эске эштәр министры ҡарары менән Рәсәй Эске эштәр министрлығының Почет грамотаһы менән бер нисә уҡыусы бүләкләнгән, уларҙың араһында Башҡортостандан Аслан Ҡәләмов та бар. Малай енәйәтсенән үҙенең беренсе класта уҡыусы һеңлеһен ҡотҡарған. Владимир Колокольцев балаларҙың тырышып уҡыуын, маҡсаттарына ирешеүен һәм спортта еңеүҙәргә өлгәшеүҙәрен теләне. Был хәл быйыл 5 февралдә Стәрлетамаҡ ҡалаһында булды. 11 йәшлек уҡыусы һеңлеһе менән мәктәптән ҡайтып барғанда балаклава кейгән таныш булмаған ир, шым ғына килеп, ҡыҙҙы үҙе менән алып китә башлай. Малай шунда уҡ, көстәр тигеҙ булмауына ҡарамаҫтан, һеңлеһен яҡларға ташлана. Ирҙән ҡыҙҙы ебәреүен талап итеп ҡысҡыра һәм һеңлеһенең ҡулынан ҡыҫып тотоп, өй яғына тартҡылай башлай. Бындай ҡаршылыҡты көтмәгән ир кеше күҙенән йәшеренә һала. Өйгә инеү менән балалар был хәлде әсәләренә һөйләйҙәр, полицияға шылтыраталар. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре енәйәттә ғәйепләнеүсене тиҙ арала тота. 18 йәшлек егет ғәйебен таный. Фото:стоп-кадр видео МВД России