“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса (национальный проект “Жилье и городская среда”) төҙөкләндереү объекттарына тауыш биреүҙә еңеү һөҙөмтәһендә Өфөлә Ленин исемендәге парк төҙөкләндереләсәк. Был турала ҡала хакимиәте хәбәр итә. Был биләмәгә 44 510 кеше үҙҙәренең тауышын биргән. Унда эшселәр иҫке асфальт япмаһын алыштырасаҡ, хәүефһеҙ мөхит булдырыу өсөн өҫтәмә яҡтыртыу барлыҡҡа киләсәк. Паркта бәләкәй архитектура формалары ҡуйыласаҡ, тематик маҙансыҡтар булдырыласаҡ, йәшелләндереләсәк. Шулай уҡ баш ҡалабыҙҙа Башҡортостан урмансылары исемендәге урман паркы яңыртыласаҡ. Йәмәғәт биләмәһен үҙгәртеү проектына биш объект индерелгән: пикник өсөн зона, бәләкәй һәм ҙур спорт майҙансыҡтары, балалар майҙансығы һәм велосипедсыларға юл менән балалар өсөн йәйәүлеләр һуҡмағы. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп маҡсаттарының береһе – ҡала мөхитен үҫтереү. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: “Башинформ” мәғлүмәт аген